+4 °С
Ясно
VKOKМакс
Төнгө урам
5 Марта 2025, 16:28

Балаларға энергетик һатыу тыйылды

1 марттан балиғ булмағандарға энергетик эсемлек һатыу федераль ҡанун менән тыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балаларға энергетик һатыу тыйылдыБалаларға энергетик һатыу тыйылды
Балаларға энергетик һатыу тыйылды

Үҫмерҙең нисә йәштә икәнлегендә шикләнгән һатыусы унан документ күрһәтеүен һорай ала. Күрһәтмәгән осраҡта, энергетик һатыуҙан баш тарта.

Әлбиттә, балиғ булмағандарға тыйылған эсемлекте һатҡан өсөн штраф һалынасаҡ. Әле ҡанун проекты ҡарала. Юридик ойошмаларға штрафтың 500 меңгә тиклем барып етеүе бар. 

Энергетик кеше һаулығына хәүефле. Шәкәр, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Йәш быуындың сәләмәтлеген ҡайғыртыу - өлкәндәрҙең бурысы.

Фото: genproc.gov.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас