Полиция хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, үткән йылда унан алдағыһына ҡарағанда Башҡортостанда балалар араһында енәйәт эштәре 13,7 процентҡа күберәк теркәлгән. Наркотиктар таратыуҙы алайыҡ. Ғәҙәттә, балалар уларҙы үҙҙәре ҡулланмай: ҡулға алынған 28 кешенең икәүһе генә наркотик тәьҫире аҫтында була. Ә нимә этәрә һуң үҫмерҙәрҙе был насар юлға? Яуап ябай: уларға ҙур эш хаҡы вәғәҙә итәләр.
Былтыр урта һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары тарафынан 432 енәйәт теркәлгән. Унан алдағы йылға ҡарағанда 90 фактҡа күберәк был. Башлыса урлашыу, наркотиктар таратыу, кеше ғүмеренә һәм һаулығына зыян килтереү, көсләү, юл-транспорт ваҡиғаларына эләгеү, йәмәғәт именлеген боҙоу. Шул иҫәптән 266 енәйәт 18 йәше тулмаусылар тарафынан ҡылынған.
Балағыҙ наркотик һатыусылар ҡулына эләгеүен нисек аңларға?
Тәүге билдәһе: уның ярайһы уҡ аҡсаһы бар, әммә ҡайҙан икәнен аныҡ аңлата алмай. Ниндәйҙер эш таптым, ти, һөйләшеүҙән ҡасырға тырыша.
Икенсеһе: йыш ҡына өйҙән юғала башлай. Уҡыуға йә ике-өс сәғәт алдан китә, йә өйгә һуңғараҡ ҡайта. Бәлки, уның яратҡан ҡыҙы барҙыр, шулай ҙа тикшерергә кәрәк.
Өсөнсө билдә: кейем стиле үҙгәрә. Әйтәйек, үҫмер элек сағыу кейенә ине, ти. Хәҙер ҡапыл ҡара кейемгә, капюшонлы курткаларға күсһә, күләмле ҡара рюкзак йөрөтһә, уйланырға урын бар. Курьер өсөн башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итмәү мөһим бит.
Дүртенсеһе: үҫмер үҙенең телефонына ҡағылырға ла бирмәй, ә шылтыратыу өсөн һораһаң, агрессия күрһәтә.
Бишенсе билдә – йортта сәйер әйберҙәр барлыҡҡа килеүе. Бәләкәй пакеттар, үлсәү, ниндәйҙер порошок, йәнә скотч, изолента һәм магниттар. Һуңғылары ярҙамында курьерҙар йәшерен урындарға дозалы пакеттарҙы беркетә.
Уяу булайыҡ, ата-әсәләр!
Фото: yandex.ru.