1072 бала руль артына ултырып (83-ө иҫерек булған!), 1774 административ хоҡуҡ боҙған. Ата-әсәләргә ҡарата 92 административ эш асылған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, питбайкты һатыу тыйылмай, өлкәндәр балаларына уны бүләк итеүен дауам итә. Һөҙөмтәлә республикала мототранспорт ҡатнашлығында юл фажиғәләре күбәйә.
Инспекторҙар көн һайын автомобиль йә мотоцикл менән идара иткән үҫмерҙәрҙе туҡтата. Бөрө районында мопед руле артында 15 йәшлек ҡыҙ тотолған. Ул пассажиры менән ҡасырға уйлаған. Әсәһен саҡыртып, штраф һалғандар, мопед штраф туҡталҡаһына оҙатылған.
Көн һайын әллә нисә шундай осраҡ теркәлә. Йыл башынан 16 йәшкә тиклемгеләр ҡатнашлығында 56 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ике бала һәләк булған, 57-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Башҡортостанда октябргә тиклем "Руль артына ултырма, малай!" социаль кампанияһы барасаҡ. Маҡсат - балаларҙың ғүмерен, һаулығын һаҡлау. Үҫмерҙәрҙең руль артына ултырыуына юл ҡуймайыҡ!