Әле бына республика Башлығы энергетикты тыйылған урында һатҡан өсөн штраф һалыу тураһындағы ҡанунға ҡул ҡуйған. Билдәле булыуынса, был эсемлекте белем усаҡтарында, дауаханаларҙа, мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында һатыу тыйыла. Яңы ҡанун буйынса ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн физик шәхестәргә – 3 – 4 мең, вазифа биләгән кешеләргә – 30 – 40 мең, ойошмаларға 150 – 200 мең штраф һалыу ҡаралған.
Фото: polevuo.