Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
3 Февраль , 12:24

Мәктәпкә - автомат менән

Бөгөн Өфөләге 16-сы мәктәпкә IX синыф уҡыусыһы страйкбол автоматы тотоп килгән һәм уҡытыусыға, өс уҡыусыға атып өлгөргән, петарда шартлатҡан.

Мәктәпкә - автомат менән
Мәктәпкә - автомат менән

 Республика етәксеһе, хәл контролдә тотола, сәбәптәре асыҡлана, зыян күреүселәр юҡ, тип белдерҙе.

 Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә 16-сы мәктәптә булған хәл тураһында көндөҙгө сәғәт 11-ҙә хәбәр килгән. Белем усағына тиҙ арала полиция, Росгвардия, бүтән ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре килеп еткән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Воронежский ҙа барған.

Республиканың Тикшереү комитеты ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эштәре асҡан, тип хәбәр итә "Башинформ".

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса үҫмер тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел тапмаған, икенсе мәктәпкә күскәс, өйрәнеп китә алмаған. Әле уҡыусы тотолған, тикшереү эше ойошторолған.

Фото: bashinform.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас