+6 °С
Ясно
VKOKМакс
Төнгө урам
28 Августа , 14:05

Енәйәт яуаплылығы - 14 йәштән

2026 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостанда интернет селтәре аша вербовкалауға эләккән үҫмерҙәр һаны 2,5 тапҡырға артып, 196-ға еткән. 

Енәйәт яуаплылығы - 14 йәштәнЕнәйәт яуаплылығы - 14 йәштән
Енәйәт яуаплылығы - 14 йәштән

Был турала "Торатау" конгресс-холында Граждандар форумы барышында уҙған дискуссия майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдерҙе һәм һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙы киҫкен хәлде булдырмау буйынса аныҡ саралар ҡабул итергә саҡырҙы. 

Майҙансыҡта Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары Валерий Олейник, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы Лев Крутов (видеомәрәжәғәт), Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова, филология фәндәре кандидаты, Балтик федераль университеты доценты Марина Друкер, Рәсәй ислам университеты проректоры Артур Губайдуллин, Өфө епархияһы миссионер бүлеге етәксеһе, иерей Дионисий Ефимов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, волонтер штабы етәксеһе Эльвира Мацкевич сығыш яһаны.

 Мөһим фекерҙәр әйтелде. Лев Крутов берҙәм федераль профилактика үҙәге асырға тәҡдим итте.
Елена Армянова терроризмға ҡаршы контентты студенттар, блогерҙар үҙҙәре лә булдырырға тейеш, тип белдерҙе.
Балаларға гаджеттар биргәндә, уларҙың мемдар, яһалма интеллект аша зыянлы мәғлүмәт алыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Бәпестәргә лә телефон тоттороп ҡуябыҙ бит.
Ғаиләлә бала менән ышаныслы мөнәсәбәттәр булырға тейеш. Марина Друкер медиаграмоталылыҡ үҙәктәре булдырырға тәҡдим итте. Белгестәр социаль селтәрҙәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтер ине.

14 йәштән етди енәйәттәр өсөн яуаплылыҡ бар, үҫмерҙәр был турала белергә тейеш. Финанс контроле, хоҡуҡи белем, буллингты һәм яңғыҙлыҡты иҫкәртеү, педагогтарҙы әҙерләү, мәктәптән алып хоҡуҡ һаҡлау органдарына тиклем  оператив хеҙмәттәшлек - проблеманы хәл итеү өсөн мөһим саралар.

Балалар социаль селтәрҙә йәки мессенджерҙа диверсия йә теракт эшләргә өндәгән енәйәтселәр тураһында өндәшмәй ҡалырға тейеш түгел. Уларҙың ҡушҡанын үтәүселәргә енәйәт өсөн ҡанун буйынса яуап бирергә тура киләсәк. Енәйәт кодексының 31-се статьяһы буйынса 10-20 йылға тиклем иркеңдән мәхрүм итәсәктәр. Терроризмға булышлыҡ иткән өсөн - 7-нән 20 йылғаса. Билдәле булыуынса, балиғ булмағандар 14 йәштән енәйәт яуаплылығына тарттырыла. 

Был тоҙаҡҡа күпселек йәштәр, еңел генә аҡсалы булабыҙ, тип эләгә. Яңғыҙлыҡтан насар төркөмгә инеп китеүҙәре бар. Атай-әсәйҙәр балаларының холҡо ҡапыл үҙгәреүенә, телефондарын күрһәтмәҫкә тырышыуына, әллә ҡайҙан күп аҡса алыуҙарына иғтибарлы булырға тейеш.  

Фото: Э.Әсәҙуллина. 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас