Майҙандарҙа ҡупшы шыршылар ҡуйыла, йорттар ҙа биҙәлә. Байрам өҫтәленә аҙыҡ-түлек ала башларға ла ваҡыт етә. Магазин кәштәләрендә ниндәй генә эсемлектәр юҡ?! Балалар өсөн сығарылған шампан шараптарының да төрлөһө бар. Шуларҙы һатып алыусы өлкәндәр нимә уйлай икән?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр Яңы йыл етеүен бокалдар сәкәштереүҙән башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Төнгө 12 тулыуға атай-әсәйҙәр балаларына ла һут һалынған бокал тоттора һәм сәкәштереп эсеп тә ҡуялар. Хәҙер бына магазиндарҙа кем уҙарҙан ылыҡтырғыс төрлө төҫлө ҡағыҙҙар йәбештерелгән шампандар ҙа тулып ултыра. Һатыла икән, тимәк, алырға кәрәк, тип уйлай шул күптәр. Ҡуй, баламды үҙем үк эсеүгә өйрәтәм түгелме, тип ҡурҡмайҙар. Хәйер, үҙҙәре эсергә әүәҫтәрҙең башына ҡайҙан бындай уй инеп сыҡһын? Ә ғаиләләрендә эскелек күрмәй үҫкән кеше ҙурайғас та айыҡ тормош яҡлы була ул.
Әле балиғ булмағандар үҙҙәре өсөн махсус сығарылған шампан шарабын эсеп күнекһә, уларҙа спиртлы эсемлектәргә ҡарата ыңғай ҡараш тәрбиәләнеп, ҙурайғас, эскеселәр сафтарын тулыландырыуҙары ихтимал. Атай-әсәйҙәр был турала уйлана микән?
Әйткәндәй, Литвала 1 ноябрҙән балалар шампан шарабын һатыуҙы тыйғандар. Сөнки илдең һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, был эсемлек йәш быуында бәләкәйҙән, байрам спиртлы эсемлекһеҙ булмай, тигән ялған ҡараш тәрбиәләй.