Ләкин тәлмәрйендәрҙең башняға менеп етеренә береһе лә ышанмаған. Бына ярыш башланған. Һәр яҡтан:
– Береһе лә менеп етә алмаясаҡ!
– Бик ҡатмарлы ярыш, – тип ҡысҡырышҡандар.
Тәлмәрйендәр бер-бер артлы аҫҡа тәгәрәп торған. Әммә араларынан барыбер юғарыға үрләүселәр булған. Аҫтан һаман ҡысҡырышҡандар:
– Ай-һай, бик ауыр бәйге был!!! Береһе лә менеп етә алмаҫ!
Тиҙҙән бөтә тәлмәрйендәр ҙә хәлһеҙ булып, арып йығылған. Тик береһе генә һаман үрләүен белгән. Һәм ошо тәлмәрйен башняның башына менеп еткән дә.
Аҙаҡ бөтәһе лә бәйге еңеүсеһенән ҡайҙан көс тапҡанын һорашҡан. Баҡһаң, уның сере ябай ғына икән: еңеүсе тәлмәрйен һаңғырау булған.
...Бәлки, беҙгә лә ҡайһы саҡ сит кешеләрҙең белдергән шиктәренә, хатта маҡтауҙарына ҡарата һаңғырау булырға кәрәктер?!.