– Бөгөн мин һеҙҙең менән тормош тураһында һөйләшергә теләйем. Ошо һауыт хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
Шунан өҫтәл аҫтынан эре таштар тултырылған тоҡсайҙы алып, уларҙы һауытҡа һала.
– Ә хәҙер нимә тиерһегеҙ? – тип мөрәжәғәт итә.
Инде уҡытыусы борсаҡ һалынған тоҡсайҙы сығарып, шуны һауытҡа бушата. Борсаҡ таштар араһындағы бөтә буш урынды тултыра.
– Хәҙер банка туп-тулы!!! – тип күмәкләп яуап ҡайтара уҡыусылар.
Шунан уҡытыусы ҡом һалынған тоҡсайҙы алып һауытҡа һала. Инде банкала бер ниндәй ҙә буш урын ҡалмай.
– Хәҙер инде һауыт, ысынлап та, туп-тулы, – тип шаулаша уҡыусылар.
Был юлы уҡытыусы, хәйләкәр йылмайып, сәй һалынған ике шешәне сығара ла банкаға ҡоя.
– Бына хәҙер һауыт тулы! – ти. – Инде нимә булғанын аңлатып бирәйем. Банка – ул беҙҙең ғүмер, таштар – тормошобоҙҙағы иң мөһим нәмәләр: ғаиләбеҙ, балаларыбыҙ, яратҡан кешеләребеҙ – ғүмеребеҙҙә ҙур әһәмиәткә эйә улар. Борсаҡ – әллә ни мөһим түгел әйбер, әйтәйек, ҡиммәтле костюм йә башҡа нәмә. Ә ҡом – тормошобоҙҙағы ваҡ-төйәк, ғүмер буйына оҙата килгән ваҡ мәсьәләләр. Әгәр ҙә мин банкаға башта уҡ ҡом тултырып һалған булһам, унда ташҡа ла, борсаҡҡа ла урын ҡалмаҫ ине. Шуға күрә бер ваҡытта ла тормошоғоҙҙо ваҡ-төйәк менән тултырырға ирек ҡуймағыҙ, улар мөһим мәсьәләләргә юлығыҙҙы ябыр. Ошоноң менән бөгөнгө дәрес тамам.
– Ә һеҙ сәй һалынған шешәләр хаҡында бер нимә лә әйтмәнегеҙ бит, хөрмәтле уҡытыусы? – тип һораған уҡыусыларҙың береһе.
Уҡытыусы хәйләкәр генә йылмайып былай тип яуап ҡайтарған:
– Улар шуны аңлата: тормошта ниндәй генә мәсьәләләр булһа ла, тормош мәғәнәһе хаҡында уйланып, сәй эсергә һәр саҡ ваҡыт табыла.