-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
23 Апрель 2020, 16:01

Тормош шаңдауы

Бер ваҡыт атаһы менән улы тауҙарға киткән. Малай аяғын ташҡа бәреп, ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәргән:– А-а-а!

Шунда уҡ:

– А-а-а! – тигән тауыш ишетеп, ғәжәпкә ҡалған.

– Кем һин? – тип һораған малай.

– Кем һин? – тигән яуап ишетеп, асыуланып:

– Ҡурҡаҡ! – тип ҡысҡырған.

Йәнә:

– Ҡурҡаҡ! – тигән тауыш ишеткән.

Аптыраған малай:

– Нимә ул? – тип атаһынан һораған.

Атаһы йылмайған да:

– Хәҙер иғтибар менән тыңла, – тип үҙе тауға өндәшкән:

– Мин һине ихтирам итәм!

Яуап та шундай һүҙҙәрҙе ҡабатлаған:

– Мин һине ихтирам итәм!

– Бәхетле бул! – тип ҡысҡырған йәнә атаһы.

– Бәхетле бул! – тип яуап ҡайтарған тау.

Малай тамам аптыраған. Атаһы улына шуны аңлатҡан:

– Был күренеш шаңдау тип атала. Ләкин уны беҙҙең тормош, тип әйтһәк, дөрөҫөрәк булыр. Сөнки һин нимә тип әйтәһең һәм нимә эшләйһең, һәр саҡ шуларҙы кире үҙебеҙгә ҡайтарып бирә.
Читайте нас: