+9 °С
Облачно
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
29 Апреля 2020, 13:10

Тылсымлы ҡоҙоҡ

Борон заманда бер тылсымлы ҡоҙоҡ булған. Кешеләр килеп, биҙрәләрен шунда төшөргән дә йөрәктәрендә нимә булһа, шуны тултырып алған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башта улар ҡоҙоҡтан Мөхәббәт, Изгелек, Наҙ сығарған. Ләкин тора-бара нимәлер үҙгәргән: ҡоҙоҡтан Яуызлыҡ, Көнсөллөк, Күралмаусанлыҡ кеүек нәмәләр сыға башлаған.

Кешеләр уны боҙолған тип уйлаған. Шунан бөтөнләй күмеп ҡуйғандар. Ҡоҙоҡто күмеү еңел дә ул – йөрәкте генә таҙартыуы ауыр...
Читайте нас