+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
13 Май 2020, 16:19

Дуҫ шатлыҡта беленә?

Бер йәш егет бик бай кешенән уңышының серен һораған. Ярлы ғына малай нисек шундай эшҡыуар булып киткән?– Мин дуҫтарҙы дөрөҫ һайларға өйрәндем, – тигән ул. – «Дуҫ ауырлыҡта һынала», тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнең бармы?

– Эйе. Мин ошо ҡағиҙәне тотоп йәшәйем дә, – тип яуап ҡайтарған егет.

– Онот һин был һүҙҙәрҙе. Улар төптө дөрөҫ түгел. Дуҫтар шатлыҡта һынала!

Егет ишеткәндәренә бик аптыраған.

– Бына үҙең уйлап ҡара, – тип аңлатырға тотонған эшҡыуар егеткә. – Һинең менән берәй ауыр хәл килеп сыҡты, ти. Һиңә ҡыйын һәм иң башта дуҫың янына хәлдәреңде уртаҡлашырға бараһың. Хәҙер һеҙҙең икегеҙҙә лә проблема. Икегеҙ ҙә кәйефһеҙ, икегеҙ ҙә ни эшләргә белмәйһегеҙ. Шулаймы?

– Эйе! Һәм дуҫым миңә мәсьәләне хәл итергә ярҙамлаша!

– Ярай, тәүге мәсьәләңде хәл итеште лә, ти, ә бына икенселәрендә һәм башҡаларында бер нисек тә ярҙам итә алмаясаҡ. Ул һине йәлләйәсәк кенә.

– Шулай булһа ла, һәйбәт. Миңә теләктәшлек күрһәтә.

– Был иҫ киткес насар! Мәсьәләңде хәл итәһе урынға һин дә үҙеңде йәлләй башлаясаҡһың, – тигән эшҡыуар. Аҙаҡ үҙ тормошонан миҫал килтергән:

– Мин дуҫтарҙан уңдым. Улар бер ваҡытта ла йәлләмәне, мәсьәләләремде хәл итешеү тураһында әйтеп тә тормайым. Улар уңыштарыма бергә шатлана! Әгәр һинең проблемаң бар икән, үҙ алдыңа хәл ит, тик шунан һуң ғына дуҫтарыңа бар һәм еңеүҙе бергә байрам итегеҙ. Икенсе бер кешене йәлләүе еңел ул. Ә һин башҡаларҙың уңышына көнләшмәйенсә, ихлас ҡыуана бел, быға өйрәнергә кәрәк. Ошо ысын дуҫлыҡ миңә эшемдә уңыштар яуларға ярҙам итте лә инде!
Читайте нас: