+30 °С
Облачно
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
12 Марта 2021, 05:41

Кешегә ҡулдар ниңә кәрәк!

– Һиңә ике ҡул һуғышыр өсөн бирелмәгән, – тип асыуланған әсәһе улына.

– Ә нимә өсөн бирелгән һуң улар миңә? – тип ҡыҙыҡһынған малай.

– Тырышып уҡыһын өсөн, – тигән әсәһе.

– Эшләр өсөн, – тип өҫтәгән атаһы.

– Уйнар өсөн дә ике ҡул кәрәк, – тип яҡлашҡан өләсәһе ейәнен.

Кискеһен йоҡларға ятҡан малай ҡулдарына ҡараған да:

– Рәхмәт һеҙгә, ҡулдарым, бөгөн һеҙ уйнанығыҙ ҙа, эшләнегеҙ ҙә, хатта аҡыл да алдығыҙ, – тигән.

Шул саҡ ул:

– Беҙ уның өсөн генә кәрәк түгел. Кешегә ике ҡул береһе менән алып, икенсеһе менән бирер өсөн кәрәк, – тигән тауыш ишеткән.

Йоҡлап киткәнсе ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһе хаҡында оҙаҡ уйланып ятҡан малай.

Иртәгәһенә әсәһе улын уятҡан да:

– Йүгер баҡсаға, унда һинең алмағасың тәүге тапҡыр өс алма биргән, – тигән.

– Тырышлығың бушҡа китмәгән, – тип өҫтәгән атаһы ла.

– Үҙең үҫтергән алмалар һәр ваҡыт иң тәмлеһе була ул, – тигән өләсәһе лә.

Малай йүгереп баҡсаға ингән. Бөтә алмағастарҙа ла алмалар һығылып торған. Тик ул кәртә буйында үҫкән бәләкәй алмағас янына ашыҡҡан. Уны бит үҙе ултыртҡайны. Өс бөртөк эре ҡыҙыл алма, матур уйынсыҡ кеүек, әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора ине.

Шул саҡ малай:

– Өләсәй, һыуһаным. Анау бер ҡыҙыл алманы ғына өҙөп бир әле, – тигән тауыш ишеткән.

Кәртә аша ҡараһа, ике ейәнсәре менән юл буйлап атлап килгән өлкән инәйҙе күргән.

– Мыжыма. Ул беҙҙең алмалар түгел, – тип яуаплаған өләсәйҙәре.

Шул мәлдә малай ҡулдарының кисә әйткән һүҙҙәрен хәтерләгән. Ул бер алманы өҙөп, бәләкәскә һонған. «Рәхмәт!» – тип ҡыҙыҡай алманы күкрәгенә ҡыҫҡан. Уға ҡарап, өлкәнерәге кипкән ирендәрен ялап ҡуйған. Малай ҡалған ике алманы өҙгән дә береһен – әлеге ҡыҙға, икенсеһен өләсәһенә тотторған.

Өйгә ингәс, әсәһе малайҙан:

– Алмаларың тәмлеме, улым? – тип һораған.

– Ныҡ тәмле булғандар, – тип яуап ҡайтарған малай.

З. МӘҺӘҘИЕВА.
Читайте нас