– Уларҙы һаҡлап йыйып бар. Шулай иткәндә бер аҙҙан ярайһы уҡ күләмдә аҡсаң тупланыр, – тигән.
Ләкин улы атаһын тыңламаған. Аҡсаны юҡ-барға тотонған йә дуҫтары менән күңел асыуға бөтөргән. Үҫмер бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәгән, сөнки атай йортонда йәшәгән.
Күпмелер ваҡыт улының ҡылығын күҙәткән атаһы берҙән-бер көндө былай тигән:
– Артабан мин һине аҫрамайым, аҡса ла бирмәйем. Үҙең эшлә лә тап.
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәнгә тиклем бөтә туғандарын да иҫкәртеп, әгәр улы аҡса һорап килһә, бирмәҫкә ҡушҡан.
Башта улы атаһының был һүҙҙәрен ысынға алмаған. Әммә өйөнә ҡайтҡас, уның өсөн ризыҡ әҙерләнмәгәнен күргән. Һәм иртәгеһенә уға атаһы аҡса ла бирмәгән. Үҫмер туғандарына киткән, аҡса һораған, тик улар ҙа үтенесенә кире яуап ҡайтарған. Бер хәл дә ҡалмағас, эш эҙләргә сығып киткән. Әммә уны ҡара эшкә генә алғандар. Көндөң барына, иртә таңдан алып ҡояш байығанға тиклем ул ауыр тоҡтарҙы ташыған. Кискә үҙенең көндәлек хеҙмәте өсөн атаһы биргән тиклем аҡса алған. Үҫмер өйөнә ҡайтып, үҙ көсө менән эшләп тапҡан хеҙмәт хаҡын атаһына күрһәткән.
– Маладис, улым! Хәҙер шул аҡсаңды дуҫтарың менән күңел асыуға тотона алаһың, – тигән.
– Һин нимә, атай! – тип ҡысҡырып ебәргән улы. – Нисек уларҙы шулай ғәмһеҙ рәүештә тотонайым. Мин бит был аҡсаны эшләү өсөн көндөң барына бил бөктөм!
– Күрҙеңме инде, улым, – тигән атаһы, – һиңә көн һайын шул тиклем аҡса биргәнемдә бер ни ҙә уйламай тотона инең. Ә бит мин дә уларҙы еңел генә тапманым. Хәҙер хеҙмәт хаҡының күпме торғанын үҙең аңланың инде.
...Ҡәҙерле уҡыусылар, ошондай уҡ хәлдәр, моғайын, һеҙҙең менән дә булғандыр, шулаймы? Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле. Ҡулығыҙҙан килгән тиклем атай-әсәйгә ярҙам итергә, ғаилә ҡаҙнаһына өлөш индерергә тырышҡандар ҙа аҙ түгел. Ауыл ерендә йәшәгәндәр йәй мәлендә тәбиғәт байлыҡтарын йыйып һатып, үҙҙәренә мәктәп кәрәк-яраҡтары алыуҙары хаҡында гәзит биттәрендә уҡып торабыҙ. Ҡыш та тик ятмағандар бар. Берәүҙәр торт бешереп һата, икенселәр бәйләм менән аҡса эшләй, өсөнсөләр умартасыларға рамдар яһай. Һанай китһәң, ауылда эш бөтәһе түгел. Бәләкәйҙән аҡса ҡәҙерен белергә, үҙең эшләп алғандың файҙаһын күрергә, атай-әсәйҙәрегеҙҙе ҡыуандырырға тырышығыҙ. Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Бәләкәйҙән төрлө һөнәрҙәргә эйә булырға тырышығыҙ. Оло тормошҡа аяҡ баҫҡанда, үҙ аллы донъя көткәндә уларҙың, һис шикһеҙ, кәрәге тейәсәк.