+24 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
30 Апреля 2021, 05:35

Ҡанаттар ҡасан нығый?

– Иртәгә һеҙ биш тапҡыр осоп, күнекмә яһарға тейешһегеҙ, – тигән ҡыр өйрәге үҙенең балаларына.

– Кря-кря, – тип баш ҡағып ризалыҡ белдергән кескәй өйрәктәр.

– Ә мин теләмәйем, осорға өйрәндем бит инде, – тигән һимеҙ өйрәк балаһы.

– Улым, беҙ тиҙҙән йылы яҡтарға осоп китәсәкбеҙ. Йыраҡ араны үтер өсөн ҡанаттарың ныҡ һәм көслө булырға тейеш, – тигән әсәләре.

– Шуға күрә миңә ҡанаттарымды һаҡларға кәрәк. Юғиһә, йыш күнекмә осоштарында улар көсһөҙләнәсәк, – тип яуап ҡайтарған өйрәк балаһы.

– Хәрәкәттән көс кәмемәй. Ана, ҡара, беҙҙең йылға һәр ваҡыт ағып ята. Унан ғына һыуы әҙәймәй бит. Хәрәкәт – ул тормош, – тигән ҡаты ғына итеп атаһы ла.

– Ял итеү ҙә файҙалы, – тип һаман үҙ һүҙен бирмәгән тыңлауһыҙ өйрәк балаһы.

Иртәгеһенә бөтә өйрәк бәпкәләре атайҙары етәкселегендә күнекмә осоштарын башлаған. Теге ялҡауға әсәһе үҙенең артынан осорға ҡушҡан.

Тиҙҙән улар бер һаҙ буйындағы ярға төшкән. Хәле бөткән өйрәк:

– Уф, арыным. Әйттем бит һиңә, әсәй, күп осоу миңә зыянлы тип, – тигән.

– Яҡшы, улайһа, ошонда йәшә, – тигән әсәһе.

– Ҡайҙа? Ошо бысраҡ, һаҫыҡ һаҙҙамы? – тип аптыраған өйрәк.

– Ҡасандыр ошо һаҙ таҙа күл булған. Уға йылға ағып төшкән. Үҙенән дә бик күп гөрләүектәр юл алған. Әммә бер ваҡыт күл: «Ниңә миңә гел генә йылға ағып төшә лә кире сығып та китә? Үҙемдең һыуымды ағыҙмай һаҡлаһам, яҡшыраҡ булыр», – тигән уйға килгән.

Шулай тик ята торғас, күл һаҫыҡ һаҙға әйләнгән.

Өйрәк балаһы ҡурҡып һаҙға ҡараған да, ҡанаттарын ҡағып, тиҙерәк үҙҙәренекеләрҙе ҡыуып етер өсөн осоп киткән.

...Был хикмәтле хикәйәт өйрәктәр тураһында ғына түгел икәнлеген һеҙ ҙә аңлағанһығыҙҙыр, дуҫтар. Һәр эштә лә тырышлыҡ кәрәк. Ниндәйҙер маҡсатҡа ирешер, алдыңа ҡуйған бейеклекте яулар өсөн туҡтауһыҙ күнегергә, атларға, арыһа ла, артҡа сигенмәҫкә тейеш кеше. Шул саҡта ғына уңыш, бәхет йылмаясаҡ һиңә. Юҡҡамы ни бөйөк спортсылар Олимпия уйындарында ҡатнашып, чемпион булыр өсөн йылдар буйына шөғөлләнә. Музыка ҡоралдарында оҫта уйнар өсөн балаларҙы мәктәпкә уҡырға бар­ғансы уҡ шөғөлләндерә башлайҙар. Рәссамдар, шахматсылар, саңғысылар, бейеүселәр... Хәйер, ниндәй генә һөнәр эйәһен алһаң да, уңышҡа юл бала саҡтан тырышлыҡ һөҙөмтәһендә һалына. Хыялдарығыҙға табан юл ярығыҙ. Ҡанаттар­ҙың осҡанда нығытылғанын онотмағыҙ, йәме.


З. МӘҺӘҘИЕВА.

Читайте нас