«Хәҙер ҡайһы яҡҡа барырға?» Алда бик күп яңы һәм таныш булмаған ерҙәрҙе күреп, аптыраған, шөрләгән ул.
Шул саҡ әллә ҡайҙан бер Тауыш: «Ҡыйыуыраҡ бул! Инде бында килеп еткәс, туҡтап ҡалма. Беләһеңме, алда һине тағы ла яңы, ҡыҙыҡлы асыштар көтә!» – тигән.
Тик Гөрләүектең батырсылығы етмәй. Сөнки ул киләсәктә үҙен ҙур йылға итеп күҙ алдына килтерә бит, нисек инде хыялына ҡаршы барып, бөтөнләй икенсе яҡҡа сығып китһен, ти?
Шул саҡ Тауыш йәнә телгә килгән: «Әгәр ҙә минең кәңәшемә ҡолаҡ һалмаһаң, һин бер ҡасан да үҙеңдең ниндәй сифатта һәм теләһә ниндәй шарттарҙа йәшәп, үҙеңә дөрөҫ юл һайлай алырыңды белмәйәсәкһең. Юғалып ҡалма, йүгер, әйҙә!»
Ни эшләһен, Гөрләүек риза була. Уйлап та тормай сүллеккә алып барған юлды һайлай. Уға унда бик ҡыйын була, сөнки таныш түгел урындар, етмәһә, түҙә алмаҫлыҡ эҫенән хәле насарая. Ә бер нисә көндән ул бөтөнләй кибеп бөтә. Шулай ҙа саҡ ҡына һалҡынсараҡ бер төндө ул юғалып ҡалмай, парға әйләнеп, юғарыға, күккә ынтыла. Ундағы болоттарға ҡушылып, был сүллектән бик алыҫҡа юл ала. Бына бер мәл диңгеҙгә барып етеп, меңләгән тамсы булып һыу өҫтөнә яуалар ҙа ҙ-у-у-р диңгеҙгә ҡушылып, йомшаҡ ҡына тулҡындарында бәүеләләр һәм ул:
– Элеккесә далала йәшәп ятҡан булһам, был тормошто күрмәгән дә, белмәгән дә булыр инем. Бер нисә тапҡыр ғына рәүешемде үҙгәрттем һәм, ниһайәт, үҙ-үҙемде таптым шикелле! – тигән ҡәнәғәтлек кисереп.
Бер ҡасан да ирешелгән уңыштарҙа ғына туҡтап ҡалырға ярамай, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Сөнки донъя бит ул ғәләмәт күп ҡырлы, бер ваҡытта ла киләсәктә һине ниндәй асыштар, яңылыҡтар көтөрөн белмәйһең. Иң мөһиме – ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткәндә үҙ-үҙеңә ышанырға, ҡурҡып ҡалмаҫҡа кәрәк.