+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
19 Июня 2021, 06:15

Алдан юралған байлыҡ

Йәшәгән, ти, бер ҡытай малайы. – 36 йәшең тулғас, бик бай кеше буласаҡһың, улым, – тип уның киләсәген бер ҡарт юрап киткән.

Бындай яңылыҡты ишетеп, ата-әсәһе, хатта ауылдаштары ла ҡыуанған.
– Ниһайәт, үҙебеҙҙең байыбыҙ буласаҡ, – тигәндәр.
Малайҙың нәҫелендә быуын-быуындан данлыҡлы баҡсасылар йәшәгән. Тик ул бер ҙә генә был һөнәрҙе үҙләштерергә теләмәгән.
– Бәй, нимәгә ул миңә, барыбер үҫкәс, бай буласаҡ­мын, – тип кенә ебәргән.
Ҡарт менән ҡарсыҡ улдарын һуңғы көндәренә тиклем ашатып-кейендергән, улар донъя ҡуйғас, ауылдаштары аҙыҡ ташыған. Ә теге бахыр егет 36 йәше туласаҡ көндө һанай-һанай зарығып бөткән. Йортон, баҡсаһын һатып, ауыл ситендәге бер һарайҙа көн күргән.
Бына вәғәҙә ителгән көн дә еткән. Уға 36 йәш тулған. Тик ни эшләптер вәғәҙәләнгән байлыҡ күренмәгән. Ин­де күршеләре лә ашатып тамам арығас, унан баш тарт­ҡан. Аслыҡтан ҡаҡ һөйәккә ҡалған, ти, ул. Урманда емеш-еләк булһа ла ауыҙ итәйем, тип эҙләнеп йөрөгәндә бер соҡорға тәгәрәп төшә. Шунда сығыу әмәлен дә эҙләмәй, кө­төп ята. Ярай әле үтеп бар­ған кешеләр тартып сығара. Һарайына саҡ ҡайтып йығылып үлә бахыр.
Теге донъяға барып эләккәс, ошаҡлашырға теләп, Алла янына йүгерә: «Мөлкәт вә­ғәҙә иткән инегеҙ, ә ҡайҙа ул?» Ул тормош кита­бын асып ҡарай. «Дөрөҫ, һин 36 йәштә байлыҡҡа ҡойонор­ға тейеш инең. Туҡта әле, алтын һаҡсыһынан һорайыҡ, ни эшләп ҡытай малайы өлөш­һөҙ ҡалған?» Ә тегеләр былай ти:
– Вәғәҙәләнгән хазина бар ҙа ул. Тик баҡсасылар ара­һында тәғәйенләнгән кешене тапманыҡ бит. Етмәһә, йортонда әллә кемдәр йәшәп ята. Эҙләмәгән ер ҡалманы, бер соҡорға барып сыҡмаһаҡ, бәлки, белмәҫ тә инек тап шул кеше икәнен. Ялҡаулығын еңеп, соҡорҙан сығыу әмәлен дә эҙләмәгән бит. Уны алтын менән ҡойондороп китергә уйлағайныҡ та, тик кире уйланыҡ. Бигерәк арыҡ ҡы­на, йә үлеп ҡуйыр, тип ҡур­ҡтыҡ. Ул, бахыр, былай ҙа донъя ҡуйған икән.
Бына шулай ул әйтелгән байлыҡтан ҡолаҡ ҡаҡҡан да инде. Донъяла уңышлы һәм етеш тормошта йәшәр өсөн үҙеңә лә тырышырға кәрәклеген бәләкәстән бер кем дә аңлатмаған икән был малайға.
Һүрәт:infourok.ru
Читайте нас