+7 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
23 Июня 2021, 08:00

Ауырлыҡтар сыныҡтыра

Бер ҡыҙ гел генә әллә ниндәй күңелһеҙ хәлдәргә тарып тик йөрөгән.

Инде береһен атҡарып сыҡтым тигәндә, офоҡта икенсеһе күренгән. Тәүҙә ул быларҙы тәүәккәл генә хәл иткән, әммә бик күбәйеп киткәс, тамам төшөнкөлөккә бирелгән. Бер көндө атаһы эргәһенә килеп: «Был тормош мәшәҡәттәре тамам ялҡытты. Хатта улар менән көрәшерлек хәлем дә ҡалманы», – тигән.
Ҡыҙының был зарына атай кеше һүҙ менән түгел, ә икенсе төрлө яуап бирергә булған. Өс бер төрлө кәстрүлгә һыу ҡойған да утҡа ҡайнатырға ҡуйған. Уларҙың береһенә – кишер, икенсеһенә – йомортҡа, өсөнсөһөнә ҡәһүә онтағы һалған. Һыу ҡайнағас, бер аҙ ваҡыттан быларҙы кире алып, өсөнсө һауыттан сынаяҡҡа ҡәһүә ҡой­ған да былай тигән:
– Ҡыҙым, берәй үҙгәреш һиҙәһеңме?
– Бәй, аңлашыла инде йомортҡа менән кишер бешеп сыҡты, ә ҡәһүә һыуға таралды, – тигән ҡыҙ яурынын һикертеп.
– Дөрөҫ, тик был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Ә уның айышына төшөнһәң, башҡасараҡ фекерләй­һең. Бына ҡара әле, ошо йомшаҡ кишер ҡайнаған һыуҙа тотоп алғанға тиклем ҡаты ине, ә ватылып һытылырға ғына торған йомортҡа, киреһенсә, нығып китте, эйеме. Тәү ҡарамаҡҡа улар икеһе лә шул килеш ҡалды, тик эҫе һыу тәьҫирендә структураһын ғына үҙгәртте. Кешеләр менән дә шулайыраҡ килеп сыға шул, балам! Тәбиғәте менән көслө генә булып күренгән әҙәм дә берәй ниндәй уңайһыҙ хәлдәр йоғонтоһонда ҡойолоп төшөргә мөмкин, ә йомшаҡ, нескә күңеллеһендә үҙ-үҙендә көс-ҡеүәт, ышаныу тойғоһо уянырға мөмкин.
– Ә ҡәһүәнең ни ҡыҫылышы бар һуң? – тип йәнә ҡыҙыҡһынған ҡыҙы.
– Ә-ә-ә, иң ҡыҙығы бында шул инде. Күрәһеңме, ҡәһүә бер ҡалаҡ ҡына булыуына ҡарамаҫтан, ябай ғына ҡайнаған һыуҙа таралып китеп, бына тигән тәмле, хуш еҫле бер эсемлек барлыҡҡа килде. Ана шулай ҡайһы берәүҙәр тормош ҡуйған шарттар алдында юғалып ҡалмай, уны икенсе төрлө уңайлы юл менән үтергә өйрәнә. Ҡыҫҡаһы, улар үҙҙәре барып төшкән мөхитте һоҡландырғыс итеп яңыса үҙгәртеп ебәрә белә.
Фото: flomaster.info
Читайте нас