Ғаиләлә лә, мәктәптә лә үҙен яратҡандар. Тик малайҙың бер етешһеҙлеге бар икән: бөгөнгө көн менән йәшәй белмәгән. Ябай тормошҡа шатланыу ғәҙәтенә өйрәнә алмаған. Дәрестә ултырғанда тышта уйнау хаҡында хыялланған. Урамға сыҡһа, тиҙерәк йәйге каникулдың етеүен теләгән. Питер һәр ваҡыт хыял менән йәшәгән, яңы көн бүләк иткән ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан кинәнес тапмаған.
Көндәрҙән бер көндө ул өйҙәренә яҡын ғына урманға барған. Йөрөй торғас, арыған, бер аҡланда ял итергә уйлаған һәм йоҡлап киткән. Күп тә үтмәгән, ҡайҙандыр: «Питер! Питер!» – тип үҙен саҡырған тауыш ишеткән. Малай әкрен генә күҙҙәрен асҡан һәм үҙенә ҡарап торған бер әбейҙе күреп, аптырап ҡалған. Уға йөҙ йәштән артыҡ булғандыр. Ҡарҙан да аҡ сәстәре яурынынан түбән төшөп торған. Сырыш ҡулдарына тылсымлы шар тотҡан. Шарҙың уртаһынан оҙон алтын еп һуҙылған.
– Питер, – тигән ул, – был – һинең ғүмер ебең. Әгәр уны әҙерәк тартһаң, сәғәттәр секунд кеүек кенә үтәсәк. Ә инде көслөрәк итеп тартһаң, көндәр минут эсендә уҙасаҡ. Бөтә көсөңә тартһаң, айҙар, хатта йылдар һанаулы көндәр араһында ғына еләсәк.
Питер был асышҡа бик шатланған. «Мин уның үҙемдеке булыуын теләйем», – тигән.
Әбей эйелеп, шарҙың тылсымлы ебен малайға тотторған.
Икенсе көндө Питер синыфта ултырған, дәрестәрҙең ҡасан бөтөрөн түҙемһеҙлек менән көтөп күңелһеҙләнгән. Шул саҡ үҙенең яңы уйынсығын иҫенә төшөргән. Малай шарҙың ебен еңелсә генә тартып ҡуйған икән, шунда уҡ үҙҙәренең өйҙәрендәге баҡсаларында пәйҙә булған. Питер тылсымлы ептең көсөн аңлаған. Тиҙҙән уға уҡыусы булыу ялҡытҡан. Үҫмер егеткә әйләнеп, шул йәштәге кешенең хис-тойғоларын татып ҡарарға теләгән. Был юлы шарҙың ебен нығыраҡ тартҡан.
Һәм малай егеткә әйләнгән. Эргәһендә Элиза исемле һылыуҡай тора икән. Әммә Питер һаман ҡәнәғәт түгел. Сөнки ул ғүмерҙең һәр миҙгеле менән килгән ҡыуаныс-шатлыҡтарҙы кисереү тойғоһон татырға өйрәнмәгән. Ул үҙенең оло кеше булыуын теләгән һәм йәнә епте тартҡан. Шул сағында урта йәштәрҙәге кешегә әйләнгән. Элиза ҡатыны булған. Өй тулы балалар. Бер мәл Питер ҡап-ҡара сәстәренең саллана башлауын күргән. Яратҡан йәш, күңелсәк әсәһе ҡартайған, хәлһеҙләнгән. Бөгөнгө көн менән йәшәй белмәгән Питер тағы ла тылсымлы епте тартҡан, алда нимә көткәнен белергә теләгән.
Хәҙер инде Питер туҡһан йәшлек ҡартҡа әйләнгән. Ҡуйы ҡара сәстәре тотош салланған. Һылыу ҡатыны ла ҡартайып, бер нисә йыл элек вафат булған. Балалары үҫеп, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышып, үҙ ғаиләһен ҡороп йәшәгән. Питер беренсе тапҡыр тормоштоң үҙенән кинәнес табып ғүмер итмәгәнен аңлаған. Ул бер тапҡыр ҙа балалары менән балыҡ ҡармаҡларға бармаған, Элизаһы менән айлы төндәрҙә ҡултыҡлашып йөрөмәгән. Баҡса үҫтермәгән. Әсәһе яратҡан китаптарҙы уҡымаған. Юл буйында туҡтап, матурлыҡтарға һоҡланмаған. Ғүмер эсенән елеп кенә үткән дә киткән икән дәбаһа.
Ошоларҙы аңлағас, Питер бик ҡайғырған. Ул бала сағында йөрөргә яратҡан урманға барып, уйланырға ҡарар иткән. Унда ингәс, ҡасандыр бәләкәй генә булған ағастарҙың мөһабәт имәндәргә әйләнеүен күргән. Урман тәбиғәттең ожмах мөйөшөнә әйләнгән. Теге саҡтағы аҡланды табып, ял итергә ятҡан һәм йоҡлап киткән. Тиҙҙән: «Питер! Питер!» – тип саҡырған тауыш ишеткән. Күҙҙәрен асып ҡараһа, күп йылдар элек үҙенә алтын епле тылсымлы шар тотторған әбейҙе күреп, ғәжәпкә ҡалған.
– Шунан нисек, минең бүләк оҡшанымы? – тип һораған тегеһе.
Питер ихлас яуап ҡайтарған:
– Башта ныҡ оҡшағайны, хәҙер күрә алмайым. Бөтә ғүмерем күҙ алдында елеп кенә үтеп китте, мин уның кинәнестәрен дә тоя алманым. Әлбиттә, ғүмерҙең шатлыҡтарынан тыш, ҡайғы-хәсрәттәре лә булғандыр, әммә мин уларҙың тегеһен дә, быныһын да татыманым. Күңелемдә – бушлыҡ. Тормош шатлығы йәнәшәмдән үтеп киткән.
– Һин бик рәхмәтһеҙһең, – тигән әбей. – Ә шулай ҙа үҙеңә һуңғы теләгеңде әйтергә мөмкинлек бирәм.
Ҡарт Питер бер секунд ҡына уйлаған да ҡабаланып үҙенең теләген еткерергә ашыҡҡан: «Мин киренән уҡыусы булырға һәм тормошомдо яңынан йәшәргә теләр инем». Шулай тигән дә тәрән йоҡоға талған.
Питер йәнә үҙен саҡырған тауыш ишеткән һәм күҙҙәрен асҡан. «Был юлы кем икән?» – тип уйлаған ул. Ҡараһа, карауаты эргәһендә әсәһе баҫып тора. Үҙе йәш, үҙе матур, йөҙөндә йылмайыу балҡый. Питер урманда осратҡан таныш түгел әбейҙең теләген тормошҡа ашырыуын аңлаған – ул элекке хәленә ҡайтҡан.
– Тор, ашыҡ, Питер. Оҙаҡ йоҡлайһың. Хәҙер генә тормаһаң, мәктәпкә һуңлайһың, – тигән әсәһе.
Питер, дауыл кеүек, урынынан һикереп торған. Шул көндән башлап ул үҙе теләгәнсә йәшәй башлаған. Ҡыуанған. Асыштар яһаған. Еңеүҙәр яулаған. Иң мөһиме, киләсәк хаҡына бөгөнгөнө инҡар итергә ярамағанлығын аңлаған.
Был әкиәткә бер ниндәй ҙә аңлатма биреү кәрәкмәйҙер. Бары тик Питер кеүек булмағыҙ, тип кенә әйтә алабыҙ.