+16 °С
Облачно
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
26 Августа 2021, 08:25

Талант нисек дуҫ эҙләгән

Донъя буйлап Талант йөрөгән. Күптәр уның менән дуҫлашырға теләгән.

Талант нисек дуҫ эҙләгәнТалант нисек дуҫ эҙләгән
Талант нисек дуҫ эҙләгән

– Талант, әйҙә, бергә йәшәйек. Һин миңә аҡылымды нисек һәләтлерәк файҙаланырға ярҙам итерһең, – тигән Аҡыл.
– Талант, әйҙә, миңә кил. Янымда һине күргәс, кешеләр, исмаһам, минән көлмәҫ, – тип тәҡдим иткән Ахмаҡлыҡ.
– Һинең ярҙамың менән мин тағы ла мөлкәтемде ишәйтермен, – тигән Байлыҡ.
– Ярлылыҡтан ҡотолорға ярҙам итһәңсе, – тип үтенгән Хәйерселек.
Әммә Талант үҙен тағы ла матурларлыҡ, кешеләргә хеҙмәт итергә ярҙамлашырлыҡ үҙенсәлекле дуҫ эҙләгән.
– Ысын дуҫыңды тапҡансы эҙлә. Әгәр тормошта нимәгәлер өлгәшергә теләһәң, бер нәмәгә лә ҡарамай маҡсатыңа табан ынтыл, – тигән Талантҡа Ныҡышмалылыҡ.
– Миңә тап шундай дуҫ кәрәк, – тип ҡыуанған Талант. – Әгәр ныҡышмалылыҡ булмаһа, талант һүнеп ҡаласаҡ. Әйҙә, дуҫ булабыҙ.
Ныҡышмалылыҡ ризалыҡ биргән һәм Талантҡа ярҙам итә башлаған. Уларҙың дуҫлығынан Талант тағы ла бал­ҡыбыраҡ киткән һәм кешеләргә лә файҙа килтергән.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әҙерләне.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас