+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
6 Сентября 2021, 07:00

Иң йомшаҡ мендәр

Төн яҡынлашҡан һайын банк хужаһы йышыраҡ көрһөнә, ҡарашы һағышлыраҡ була бара икән.

Иң йомшаҡ мендәрИң йомшаҡ мендәр
Иң йомшаҡ мендәр

Бына инде өсөнсө йыл һаран байҙы йоҡоһоҙлоҡ яфалай, ти. Табиптар уға дарыу ҙа, массаж да, йылы тоҙ ванналары ла тәҡдим итеп ҡараған, әммә береһенең дә файҙаһы теймәгән. Бай әллә күпме дивандар, карауаттар алмаштырған, ләкин ярҙамы юҡ, ти.
Хужаһының бик интегеүен күргән ҡарт ялсы:
– Һеҙгә бик ҡаты үә татлы йоҡлай торған кешене табып, уның мендәрен һатып алдырырға кәрәк. Шул сағында йоҡоғоҙ ҡайтыр, – тигән.
Банкир, ҡыуанып:
– Бар, һин миңә шундай мендәрҙе табып алып ҡайт, – тип бойорған.
Был ялсы байҙың бөтә дуҫтары һәм таныштары ла йоҡо­һоҙлоҡтан яфа сиккәнен белгән. Шуға үҙенең тыуған ауылын иҫенә төшөргән. Унда барса кешеләр ҙә һәр ваҡыт ҡаты һәм татлы йоҡлаған булған. Күп уйлап тормай үҙ яғына юлланған.
Был хәл ял көнө булған. Юлсы иртә таңдан ауылға килеп еткән. Урам буйлап бара икән. Бер ваҡыт ныҡ хырылдаған тауыш ишеткән. Ҡыйшайып барған өйҙән килгән, ти, был тауыш.
Ялсы ишекте оҙаҡ туҡылдат­ҡан. Ниһайәт, өйҙән бер ир ки­леп сыҡҡан да:
– Ниндәй оятһыҙ әҙәм миңә ял көнөндә лә йоҡларға ирек бирмәй? – тип һораған, асыу­ланып.
– Ә һин йоҡоһоҙлоҡтан интекмәйһеңме? – тигән быныһы.
– Йүләр һорауҙар биргәнсе, бар, юлыңда бул, – тигән ир.
– Изге бәндә, һат һин миңә үҙеңдең мендәреңде. Хаҡына тормайым – ҡиммәт түләйем. Бәлки, хужама уның ярҙамы тейер, – тип аңлатып биргән юлсы нужаһын.
Ир кеше көлгән дә:
– Ә минең мендәрем бөтөнләй юҡ. Былай ҙа шәп йоҡлайым. Беләһеңме, бер серҙе сисәм һиңә: иң йомшаҡ мендәр – ул таҙа намыҫың. Хужаң шуны ҡулланып ҡараһын, – тигән.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әҙерләне.

Фото:  cavevo.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас