+20 °С
Ясно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
11 Октября 2021, 06:30

Бер ҡатлы булмайыҡ!

Хәйләкәр Төлкө Терпегә бөҙрәханаға барып килергә тәҡдим итә.

Бер ҡатлы булмайыҡ!Бер ҡатлы булмайыҡ!
Бер ҡатлы булмайыҡ!

– Бигерәк тә сәнскелеһең, – ти ул яланып. – Белгең килһә, һинеке һымаҡ энәләр хәҙер модала түгел. Ә Ташбаҡаныҡы һымаҡ – шымаһы.

Йыуаш, тыңлаусан Терпе быға ышанған да ҡуйған. Ни эшләһен, ҡалаға барып ҡиәфәтен үҙгәртергә уйлаған.  Ярай әле ошо ваҡыт быларҙың һөйләшкәнен Өкө ишетә. Эштең ниҙә икәнен аңлап, тиҙ генә уның артынан оса:

 – Ҡара әле, һин бер юлы хуш еҫле ҡыяр шыйыҡсаһы менән кишер һыуын да һиптереүҙәрен һора, тағы ла сафланып китер һең, – тигән.

– Уныһы тағы нимәгә инде? – тип аптыраған Терпе.

– Төлкөгә һине ашағанда тәмлерәк булһын өсөн! – тип мәрәкәләгән Өкө. – Әлегә тиклем уға һинең энәләрең генә ҡамасаулай ине.

Бына шул ваҡытта Терпе алдана яҙғанын аңлап ҡала. Үҙенең бер ҡатлылығына йәне көйә. Рәхмәт инде Өкөгә. Бынан һуң башҡалар һүҙенә, үҙ мәнфәғәтен уйлап, юҡ-бар кәңәш биреүселәргә лә бик ышанып бармаҫҡа кәрәклегенә инанды.

Фото: keskil14.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас