+29 °С
Ясно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
18 Ноября 2021, 06:20

Иң ҡиммәтле бүләк

Өс йәшлек кенә Зиләнең буш ҡапты ялтыр ҡағыҙға төрөп ултырғанын күргән атаһы:

Иң ҡиммәтле бүләкИң ҡиммәтле бүләк
Иң ҡиммәтле бүләк

– Балам, әсәйең уны бит кәрәк саҡта ҡулланырға тип алып ҡуйған, тиктомалға әрәм итеп, ни эшләп киҫкеләйһең. Осһоҙ тора, тип уйлайһыңмы, шул шыптыр, – ти шелтәләп. Ҡыҙыҡай мауығып китеп, уның һайын матур-матур күбәләктәр, сәскәләр яһап ҡуя. Тамам асыуы ҡабар­ған атаһы йәнә:
– Белгең килһә, мәғәнәһеҙ эш эшләп ултыраһың, минеңсә, – ти ҙә бүлмәнән сығып китә.
Кистән атаһының асыуланыуын да онотҡан Зилә таң менән теге матур итеп биҙәлгән ҡағыҙ тартманы тотоп, уның эргәһенә килә лә:
– Быны һинең өсөн эшләнем бит, атай, рәхим итеп ал, – ти.
Бер көн алдан ғына бәләкәсенә асыу­ланған атаһы, ҡапты асып, уның эсендә бер ни ҙә юҡ икәнен күргәс, тағы ла:
– Кешегә буш һауыт бүләк итмәгәндәрен белмәйһеңме ни, балам. Ҡап бул­ғас, уның эсендә нимәлер булырға тейеш!
Күҙ йәштәренә мансылған ҡыҙыҡай илап ебәрә лә:
– Ҡәҙерлем минең, ҡап буш түгел. Уның эсенә туп-тулы булғансы һине «әп» итеп яратҡандарымды, наҙҙарымды һалдым бит, – ти.
Зиләнең һүҙҙәрен таң ҡалып тыңлап торған атаһының күҙенә йәш тығыла. Бәләкәсенең алдына тубыҡланып, ҡосаҡ­лап ала ла ғәфү үтенә. Сабыйының күңелен аңламағаны өсөн оят була уға был минутта. Шул көндән алып ҡәҙерле бүләкте карауаты эргәһендәге тумбочка өҫтөндә әллә нисәмә йылдар һаҡлай. Тормошта ла, эшендә лә ауырлыҡтар килеп тыуған саҡта йыш ҡына ошо ялтыр ҡапты ҡулына алып, балаһының уға ҡарата булған һөйөүен аңлап йыуана. Матди байлыҡҡа, тормош ығы-зығыларына ҡарағанда ғаиләһенең һөйөүе һәм уның тыныслығы мөһимерәк икәненә ҡат-ҡат инана.
Ысынлап та, матди етешлек хаҡында күберәк уйлайбыҙ түгелме икән? Хатта яҡындарыбыҙға ла күңел йылылығы, хөрмәт, ихтирам, яратыу кеүек нәмәләрҙе бүләк итер урынға, аҡсаға алынған шаҡы-шоҡо, кәрәк-кәрәкмәгән әйберҙәрҙе биреүҙе хуп күрәбеҙ шикелле...

Фото: medialeaks.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас