

Бер ваҡыт ямғыр яуып киткәс, ағас аҫтында ышыҡланып торған. Шул мәлдә яҡындағы ағасты йәшен атҡан. Аҡтарылып сыҡҡан тамырҙары төбөндә соҡор барлыҡҡа килгән, ә унан ниндәйҙер яҡтылыҡ һибелә икән. Крәҫтиән ҡурҡа-ҡурҡа ғына барып ҡараһа, эсе тулы алтын, ти. Уны ҡасандыр олатаһы күмеп ҡалдырған булған.
Шул көндән алып был кеше ерен эшкәртеүҙән туҡтаған: ҡаҙмаған да, сәсмәгән дә, бер ни ҙә ултыртмаған да. Бөтә эше ағастарҙы йығып, алтын эҙләү икән. Баҫыуындағы уңыштар сереп әрәм булған. Ә баяғы тапҡан алтынына ҡышҡылыҡҡа ашарға һатып алған. Иң насары – йөҙәр йыллыҡ ағастарҙы ҡырҡҡас, баҫыуындағы бөтә сәсеүлектәр әрәм булған, ел осороп алып китеп бөткән. Крәҫтиән уңышһыҙ ҡалған.
...Бөгөнгөһөн генә уйлап йәшәгән кешеләр менән дә шундай хәлдәр була. Киләсәкте ҡайғыртмай, ағастарҙы ҡырҡҡан, йылғаларҙы ҡоротҡан, туғайҙарҙы һөрҙөрткән урындарҙа тереклеккә урын ҡалмай. Осраҡлы ғына тапҡан аҡсалар, үҙ ереңде сит-яттарға һатҡандан килгән байлыҡ күпкә етмәй шул. Ҡомһоҙлоҡтоң да сиге булырға тейеш.
З. МӘҺӘҘИЕВА әҙерләне.
Фото: infourok.ru