+27 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
25 Ноября 2021, 07:25

Күҙҙәр ни һөйләй?

– Улым, беҙ һиңә сибәр, бай кәләш таптыҡ, – тип иғлан итә батша ҡатыны һәм сит дәүләттә йәшәгән һылыу ҡыҙҙың һүрәтен күрһәтә.

Күҙҙәр ни һөйләй?Күҙҙәр ни һөйләй?
Күҙҙәр ни һөйләй?

– Ә мин уның менән ниндәй телдә һөйләшәсәкмен? – тип һорай егет.
– Һиңә сит ил телен өйрәнергә тура килер, – ти батшабикә һәм улына һәйбәт уҡытыусы табырға бойора.
Һарайға йәш кенә ҡыҙ килгәс, байбисә хәүефләнеп ҡуя. Ләкин уҡытыу­сының үҙен баҫалҡы тотоуын һәм ябай ғына кейенеүен күреп, тыныс­лана.
Йәш булһа ла, ҡыҙ үҙен һәләтле белгес итеп күрһәтә. Ярты йылдан батша улы сит телдә иркен һөйләшә ала.
«Иң мөһиме: һеҙгә ҡыҙыҡ булһын, ғали йәнәптәре», – тип уҡытыусы сәғәттәр буйына батша улы менән донъялағы бөтә нәмәләр – йондоҙҙар, сәскәләр, фәндәр һәм ҡанундар хаҡында һөйләшә.
Ниһайәт, һарайға алыҫ диңгеҙ аръяғындағы илдән батша ҡыҙы килә һәм туй көнө билдәләнә.
Батша улы буласаҡ кәләшенә үҙенең байлығын күрһәтә, баҡса буйлап йөрөтә. Йыраҡтан килгән бай ҡыҙ, ысынлап та, бик сибәр була. Йөҙөндә бер ниндәй ҙә артыҡ һыҙат сағылмай. Ә кейгән кейемдәре буй-һынының камиллығын тағы ла балҡытып күр­һәтә. Үҙе көлә-көлә нәмәлер тәтелдәй. Тик батша улы ғына күңелһеҙләнә. Нимә эшләргә белмәй аптырағас, кәңәш һорап аҡыл эйәһенә килә.
– Һин уның күҙҙәренә ҡара, – тигән аҡһаҡал. – Күҙҙәр – күңел көҙгөһө.
Егет батша ҡыҙы эргәһенә килеп уның матур зәңгәр күҙҙәренә ҡарай, ләкин улар шундай һалҡын һәм битараф була. Ҡурҡып, һарайҙан йүгереп сығып китә һәм шул саҡ үҙенең уҡытыусыһы менән осраша.
– Нимә булды һеҙҙең менән, ҡәҙерле принц? – тип тулҡынланып һорай ҡыҙ.
Уҡытыусының зәңгәр күҙҙәре яҡтылыҡ, йылылыҡ һәм мөхәббәт бөркә, шуны күреп, егеттең йөрәге ярһып тибә.
– Күҙҙәр – күңел көҙгөһө, тигәйне миңә аҡыл эйәһе. Мин быға тиклем һеҙҙең кеүек иҫ киткес матур күңелде бер ҡасан да осратҡаным булманы, – тигән принц, ҡыҙарынып.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әҙерләне.

Фото: stihi.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас