+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
29 Ноября 2021, 06:00

Ҡайҙа нимә үҫә?

Бер көндө Һандуғас сәскәгә күмелеп ултырған ҡыуаҡты күреп ҡала.

Фото: trikky.ruФото: trikky.ru
Фото: trikky.ru

Тиҙҙән тәмле емештәре лә өлгөрөр, тип ағас эргәһендә ҡалырға була. Әллә нисә ай буйы башҡа ҡоштарҙы яҡын да ебәрмәйенсә уны һаҡлай. Сөнки берәү менән дә «табышы»н бүлешкеһе килмәй.Бына бер мәл сәскә дүрткелләнеп, шаҡмаҡҡа әйләнә лә шартлай. Тирә-яҡҡа йомшаҡ ҡына кәбәк тарала. Баҡтиһәң, мамыҡ ҡыуағы икән ул.Шул ваҡыт Һандуғас эргәһенә Кәкүк осоп килгән дә:– Бына күрҙеңме инде ҡомһоҙлоҡ нимәгә килтергәнен. Берәүҙе лә шул ағасҡа яҡын ебәрмәнең. Ниңә улай ҡыланырға? Беҙҙе эргәңә яҡынайтһаң, һиңә ваҡытын­да ҡайҙа емеш, ҡайҙа мамыҡ үҫкәнен әйткән булыр инек...

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас