+9 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
4 Января 2022, 09:35

Ярты шешә май

Әсәһе улына буш шешә һәм аҡса бирә лә магазиндан үҫемлек майы алып ҡайтырға ҡуша. Малай бара. Уға май тултырып бирәләр. Әммә ҡайтыр юлда йығыла ла шешәһен төшөрөп ебәрә.

Ярты шешә майЯрты шешә май
Ярты шешә май

Уны күтәреп алғансы ярты май түгелә. Яртылаш буш шешәне күргәс, малай илай-илай әсәһенә:
– Яртыһы әрәм булды! Яртыһы әрәм булды! – тигән. Үҙе бик ҡайғырған.
Бер аҙҙан әсә икенсе улын шул уҡ йомош менән магазинға ебәргән. Уға ла май һалып биргәндәр. Тик ҡайтып бар­ғанда быныһы ла йығылған һәм майы түгелгән. Ҡалғанын күтәреп алған малай ҡыуанып:
– Әсәй, ҡара, мин ярты шешәләге май­ҙы һаҡлап ҡала алдым. Ҡулымдан төшөп китте, ул ватылырға ла мөмкин ине, бөтә май түгелеп бөтөргә лә ихтимал ине, ә мин яртыһын алып ҡала алдым, – тигән.
Ике малай ҙа әсәләренә ярты шешә май алып ҡайтҡан, тик береһе, яртыһы түгелде, тип илаған, икенсеһе, яртыһы ҡалды, тип шатланған.
Бер аҙҙан әсә аҡса һәм шешә биреп өсөнсө улын магазинға ебәргән. Ул да ҡайтышлай йығылған, уның да ярты шешә майы түгелгән. Был малай икенсе туғаны шикелле:
– Әсәй, мин ярты шешә майҙы һаҡлап ҡала алдым, – тип ҡыуанып әйткән.
Әммә өсөнсө малай бүтән туғандарынан айырмалы рәүештә:
– Әсәй, мин хәҙер баҙарға барам, көнө буйына эшләйем һәм хеҙмәт хаҡына май һатып алам. Кискә шешә тулы буласаҡ! – тигән.
...Күрәһегеҙ, килеп тыуған хәлде өс кеше өс төрлө ҡабул итә: берәү ҡайғыра, илай, икенсеһе ҡәнәғәт, шатлана, өсөнсөһө эшлекле тәҡдим яһай һәм хәлде төҙәтә. Тормошта ла һәр кем шулай төрлөсә мөнәсәбәт менән йәшәй. Оптимист күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, теге йәки был ваҡиғаға ҡул һелтәп ҡарамай. Шуға улар­ға йәшәү еңелерәк тә, күңеллерәк тә. Ә һин ошо өс малайҙың ҡайһыһы?

З. МӘҺӘҘИЕВА.

Фото:https://yandex.ru/images/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас