+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
9 Января 2022, 09:45

Белеме бар тамырын табыр

Байҙар йортона килеп, бер уҡытыусы көн дә уларҙың балаларына белем биргән. Малайҙары уҡыған бүлмәлә бәләкәй генә хеҙмәтсе лә бул­ған. Ул таҡтаны һөрткән, уҡытыусыға сәй яһаған. Ҡал­ған буш ваҡытында шым ғына мөйөштә ултырған.

Белеме бар тамырын табырБелеме бар тамырын табыр
Белеме бар тамырын табыр

Бер мәлде уҡытыусы быға иғтибар иткән: теге дәрестә ирендәре менән ҡабатлай икән. Аҙаҡ малайҙы алып ҡалған да бөгөн үҙенең нимә тураһында һөйләүен һораған. Баҡһаң, бәләкәй хеҙмәтсе ул әйткәндәрҙең барыһын да хәтерендә ҡалдыр­ған һәм ҡабатлап биргән.
– Ә үҙең ҡайҙан һуң? – тип яғымлы итеп өндәшкән уҡытыусы.
– Минең нәҫелем юҡ, – тип моңһоу яуаплаған малай.
– Һәр ағастың – тамыры, һәр йылғаның башы бар, – тигән уҡытыусы.
– Мине сабый саҡта уҡ ошонда ташлап киткәндәр. Һуңынан бер хеҙмәтсе ҡатын кейемдең бер киҫәген тотторҙо.
Малай уҡытыусыға ике аңлайышһыҙ хәреф яҙылған сепрәк киҫәген күрһәткән.
– Был – һинең тамырҙарыңдың башы. Шул сығанаҡты табырға кәрәк, – тип аңлатҡан уҡытыусы һәм бай­ҙан хеҙмәт хаҡы урынына үҙенә ошо малайҙы биреүен һораған.
Бай уҡытыусыға баш тарта алмаған, шуға кескәй хеҙмәтсене иреккә сығарған.
Уҡытыусы малайға төрлө илдәр тураһында яҙылған китаптарҙы уҡырға ҡушҡан. Шулай ҙа ул, хеҙмәтсе ғәҙәте буйынса, башта уның өйөн йыйыштырған, аҙаҡ, буша­ғас ҡына, уҡырға ултырған. Тиҙҙән үҙенә кәрәкле китапты тапҡан. Унда кейеменә сигелгән хәрефтәр һымаҡ яҙылған ил хаҡында белгән.
Малай ҙурайғас, уҡытыусы уны оло юлға әҙерләгән һәм хәйерле сәфәр теләп оҙатып ҡалған.
Күп йылдар үткән. Бер мәлде уҡытыусы өйө янына ат килеп туҡтаған. Унан теге саҡтағы етем малай, хәҙер инде үҫмер егет, килеп төшкән. Уҡытыусыһына түбәнселек менән баш эйеп, былай тигән:
– Һеҙ хаҡ әйткәнһегеҙ. Һәр ағастың – тамыры, һәр йыл­ғаның башы була. Мин дә үҙемдең туғандарымды эҙләп таптым. Ләкин һеҙҙең янға ғилем эстәргә тип кире әйләнеп ҡайттым. Сөнки белемһеҙ кеше, тамырҙары булмаған кеүек, көсһөҙ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

 

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас