+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
19 Февраль 2022, 14:10

Эҙләргә өйрән

Урман эсендәге бәләкәй генә бер йортта аҡыл эйәһе йәшәгән. Уға көн һайын кешеләр килгән. Берәүҙәре кәңәш һораған, икенселәре йәндәренә тыныслыҡ эҙләгән. Һәр кем аҡыл эйәһенән ярҙам тапҡан. Ошо хаҡта ишеткән егет тә уның янына барырға бул­ған.

Эҙләргә өйрән
Эҙләргә өйрән

– Улым, һинең байлығың да, белемең дә бар. Нимәгә кәрәк һиңә аҡыл эйәһе? – тип ғәжәпләнгән атаһы.
– Минең мөхәббәтем юҡ, – тигән егет.
– Күңелеңә ятҡан ҡыҙҙы тап та ғаилә ҡор, – тигән әсәһе.
– Бөтә ҡыҙҙар ҙа еңмеш һәм тоғро түгел, – тип яуап ҡайтарған егет ата-әсәһенә һәм өйҙән сығып киткән.
Юлда бик оҙаҡ барған ул. Юлбаҫарҙар осрап, бөтә нәмәһен талап алып киткән. Әммә егет кире боролмаған.
Ниһайәт, аҡыл эйәһе йәшәгән бәләкәй генә өйҙө барып тапҡан һәм эскә инеп, баш эйеп мөрәжәғәт иткән:
– Зинһар, миңә мөхәббәтте табырға ярҙам итегеҙ. Унһыҙ яңғыҙ кешегә ерҙә йәшәүе ҡыйын.
– Яҡшы, – тигән аҡыл эйәһе. – Тик тәүҙә тамаҡ ялғап алайыҡ. Күреп торам, һин бик асыҡҡан­һың.
– Эйе, һуңғы ике көндә бер нисә бөртөк ҡырағай емеш кенә ашаным, – тигән.
– Анау шкафта икмәк бар, мин хәҙер йәшелсәләр индерәм, – тип аҡыл эйәһе сығып киткән. Уның артынан ишек бикләнгән.
Егет оҙаҡ көткән, әммә аҡыл эйәһе һаман кермәгән. Ишек бикле. Тәҙрәләр бик бәләкәй. Туҡылдатыуға, ҡысҡырыуға бер кем яуап бирмәгән. Ныҡ асыҡҡан егет түҙмәй икмәкте эҙләй башлаған. Бөтә мөйөштәрҙе, кәштәләрҙе ҡарап сыҡҡан. Икмәктең бикле шкафта икәнлеген аңлаған егет уны нисек асырға белмәй баш ватҡансы тағы әллә күпме ваҡыт үткән. Ниһайәт, бер сөй табып, шкафты асҡан. Икмәк киҫәген ауыҙына ҡабып, тештәрен батырған мәлдә аҡыл эйәһе килеп ингән.
– Ошо икмәкте эҙләгән кеүек мөхәббәтеңде лә шулай эҙлә, – тигән ул егеткә. – Эҙләгән кеше һәр ваҡыт таба.
Был хикмәтле хикәйәт мөхәббәт тураһында ғына түгел. Ни өсөн күп кешеләр үҙҙәренең маҡсаттарына өлгәшмәй? Алдығыҙға берәй ниәт ҡуйып, шуны тормошҡа ашыра алмаһағыҙ, ҡул һелтәп, ташлап ҡуяһығыҙмы, әллә яңынан ныҡышмал рәүештә хыялығыҙға табан ынтылаһығыҙмы? Ошолар хаҡында ла уйландыра ул.

З. МӘҺӘҘИЕВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: