+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
3 Март 2022, 09:50

Нисек талантты табырға?

Бер мәлде юлда ике кеше осрашҡан.– Ҡайҙа бараһың, иптәш? – тип һораған береһе.– Үҙем дә белмәйем, – тип яуаплаған икенсеһе. – Минең атайым – крәҫтиән, ер кешеһе. Ә мин һөрөргә лә өйрәнә алманым. Ҡоштар һайрағанын ишетһәм, шуларға оҡшатырға тырышып тауыш сығара башлайым да эш тураһында бөтөнләй онотам. Атайым миңә Һыҙғырыусы тип исем ҡушты ла өйҙән китеүемде һораны.

Нисек талантты табырға?
Нисек талантты табырға?

– Мин дә талантһыҙ, – тип көрһөнгән беренсе юлсы. – Минең атайым – ташсы, ә үҙем бейек ҡаяларға үрмәләргә генә өйрәндем. Атайым да мине Үрмәләүсе тип атаны ла өйҙән ҡыуҙы. Әле артабан нисек йәшәргә кәңәш һорар өсөн аҡыл эйәһенә китеп барам.
Улар артабан юлдарын бергә дауам итә. Тиҙҙән аҡыл эйәһенә киләләр. Егеттәрҙе тыңлағас, ул бындай кәңәш биргән:
– Шуны онотмағыҙ: талантығыҙҙы һаҡлағыҙ, уның хаҡында хәстәрлек күрегеҙ, кәрәк урында файҙаланығыҙ.
– Беҙҙең бит талантыбыҙ юҡ! – тип аптырап яуап ҡайтарған егеттәр икеһе бер юлы.
– Батша янына барығыҙ, – тип кәңәш биргән уларға аҡыл эйәһе.
Батша һарайына килһәләр, унда ҙур ҡайғы, ти. Батша ҡыҙын ҙур кәүҙәле уҫал алпамыша урлап, бейек ҡая башындағы мәмерйәлә һаҡлап тота икән. Эргәлә генә бер ҡош һәр ваҡыт һайрап тора, ти. Уның моңонан алпамыша ныҡ итеп йоҡоға тала икән. Тик кемдер ҡаяға яҡынлаша башлаһа, ҡош тынып ҡала ла алпамыша уяна ла ҡуя, ти.
Егеттәр батша ҡыҙын ҡотҡарырға була. Улар ҡаяға яҡынлашыу менән ҡош һайрауынан туҡтаған. Тик шул мәлдә Һыҙғырыусы егет теге ҡош кеүек тауыш сығарып һыҙғырып ебәргән. Алпамыша йоҡлауын дауам иткән. Шул арала Үрмәләүсе егет тиҙ генә ҡаяға менгән дә ҡыҙҙы ҡот­ҡарған. Дуҫтар уны һарайға килтергәс, батша былай тигән:
– Күп ҡыйыу баһадирҙар ҡыҙымды ҡотҡарырға тырышып ҡараны. Тик ошо ике талантлы егет кенә алпамышаны еңә алды. Мин уларҙы үҙемдең кәңәшселәрем итеп тәғәйенләйем.
Шунан бирле әлеге егеттәр башҡаларға шундай кәңәш бирә икән: «Үҙегеҙҙең талантығыҙҙы һаҡлағыҙ, уның хаҡында хәстәрлек күрегеҙ, кәрәк ерендә файҙалана белегеҙ».
Кемдәр ошо кәңәшкә ҡолаҡ һала, улар тормошта бәхеттәрен таба.

З. МӘҺӘҘИЕВА.

Фото:https://yandex.ru/images/search?tex

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: