+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
6 Март 2022, 15:20

Өс дуҫ

Бер кешенең өс дуҫы булған. Шуларҙың икәүһенә айырыуса ихтирам менән ҡараған. Өсөнсөһө ваҡыты-ваҡыты менән онотолоп та торған.

Өс дуҫ
Өс дуҫ

Был кеше бер мәлде бәләгә тарыған. Кемгә ярҙам һорап бар­һын – әлбиттә, дуҫтарына. Тәүҙә ул иң яратҡан беренсе дуҫына килгән. Үҙенең хәлен аңлатып биргән.
– Ниндәй дуҫ булайым мин һиңә? – тип яуаплаған тегенеһе. – Мин һине хатта белмәйем дә. Әгәр кәрәк булһа, ҡайһы бер кейемдәрҙе ал, баш­ҡаса минән бер нәмә лә көтмә.
Ҡайғыһынан икенсе дуҫына киткән, үҙен оҙатып барыуын, юлда ярҙам итеүен һораған. Тик уныһы ла, ваҡыты юҡлыҡҡа һылтанып, ярҙам итеүҙән баш тартҡан. Улай ҙа әҙ генә юлды оҙатып барған. Шул саҡта өсөнсө дуҫын иҫенә төшөргән һәм уға мөрәжәғәт иткән.
Ғәжәпкә ҡаршы, өсөнсө дуҫы бер һүҙһеҙ ярҙам иткән. Шул арҡала ул бәләнән ҡотолоп ҡал­ған.

Ысын дуҫтар ниндәй була? Һеҙҙең арағыҙҙа ла шундай дуҫтарығыҙ юҡмы? Уларҙы ниндәй сифаттарына ҡарап һайлайһығыҙ? Үҙегеҙ дуҫ була беләһегеҙме? Дуҫлыҡты нисек һаҡларға? Иптәш менән дуҫ ни­мәһе менән айырыла? Ошондай һорауҙар һеҙҙе лә уйландырһын ине.

З. МӘҺӘҘИЕВА.

Фото:https://yandex.ru/images/search?tex

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: