+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
13 Март 2022, 11:50

Ҙур көс

Тропик далала бик ҙур фил йәшәгән. Ул көслө һәм изге күңелле бул­ған.

Ҙур көс
Ҙур көс

Бер ваҡыт фил һуҡмаҡ буйлап китеп барғанда пысҡылдаған тауыш ишеткән. Эйелеп ҡараһа, бәләкәй генә сысҡандың илағанын күргән.
– Пи-пи-пи, тауҙан таш төштө лә оябыҙға инә торған тишекте ҡапланы. Ә инде бәләкәстәрем минһеҙ үлә, – тигән ул.
– Ҡана, ситкәрәк кит әле, хәҙер мин һинең балаларыңды ҡотҡарам, – тигән ҙур фил.
Ул томшоғо менән ташты эләктереп алған да бар көсө менән өҫкә атып бәргән. Ә таш тауға барып төшкән дә аҫҡа тәгәрәгән. Үҙе менән башҡа таштарҙы ла эйәрткән. Әллә күпме таш өйөмө өңдө ҡаплаған. Бахыр сыс­ҡан үҙе саҡ ситкә тайпылып өлгөргән.
– Иҫәр фил. Шундай ҙур көсөң була тороп, уны дөрөҫ файҙалана белмәйһең, – тип асыуланған сысҡан.
Фил үпкәләгән дә әсәһенә зарланырға йүгергән.
– Әсәй! – тигән ул, – мин сысҡанға ярҙам иттем, өңөн ҡаплап торған ташты алып күккә ырғыттым, ә ул мине әрләне. Тауҙан таштарҙың тәгәрләп төшкәненә мин ғәйепле түгел дә баһа.
Филдәр көтөүенең башлығы булған әсәһе улын тыңлап бөткәс, былай тигән:
– Сысҡан хаҡлы. Ҙур көскә эйә бул­ғандар уны дөрөҫ файҙалана белергә лә тейеш. Юғиһә, файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк булыуы ла ихтимал. Бар, сысҡандың өңөн ҡаплап торған таштарҙы ипләп кенә ситкә алып ҡуй.
Һеҙҙең арағыҙҙа ла үҙенең көсө менән маҡтанып, зыян килтереп йөрөүселәр бармы? Уны нисек дөрөҫ файҙаланырға? Физик көс менән рухи көс араһындағы айырманы нисек аңлатырһығыҙ?

З. МӘҺӘҘИЕВА.

Фото:https://yandex.ru/images/search?from

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: