+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
26 Март 2022, 15:30

"Бәхәсләшкәндәр"

Ауылда йәшәгән ике ҡарт бер ваҡытта ла үҙ-ара бәхәсләшмәгән, асыуланышмаған.

"Бәхәсләшкәндәр"
"Бәхәсләшкәндәр"

– Әйҙә, исмаһам, бер тапҡыр булһа ла беҙ ҙә, башҡалар шикелле, бәхәсләшеп ҡарайыҡ, – ти икән береһе икенсеһенә.
– Һуң, мин нисек башларға ла белмәйем, – тигән күршеһе.
Тәүгеһе аңлатырға тотонған:
– Ошо кирбесте икебеҙҙең араға һалам да: «Был минеке!» – тип әйтәм. Ә һин: «Юҡ, ул минеке!» – тиһең. Бәхәстәр һәм асыуланышыуҙар шулай башлана.
Күршеләр кирбесте икеһенең араһына һалған да береһе:
– Был минеке! – тигән.
Икенсеһе:
– Юҡ, ул минеке, тип уйлайым, – тип яуаплаған.
Тәүгеһе һаман үҙенекен иткән.
– Был һинеке түгел, ә минең кирбес, – тигән ул.
Шул саҡ икенсеһе, түҙмәй:
– Әгәр ул һинеке икән, ал әйҙә! – тип яуаплаған.
Ысын дуҫтар ана шулай бер-береһенә юл ҡуя белә. Юҡтан бәхәс сығарып, асыуланышмай, дошманлашмай.
Ә һеҙ бушҡа бәхәсләшеп, яҡындарығыҙҙы асыуландырғанығыҙ, рәнйеткәнегеҙ бармы? Үҙегеҙ ғәйепле булған саҡта хатағыҙҙы танып, ғәфү үтенә беләһегеҙме?

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әҙерләне

Фото:https://psy-files.ru/wp-/4

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: