+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
15 Апрель 2022, 15:20

Тәлмәрйен

Тәлмәрйен батҡаҡлы юл­ға төшкән дә сыға алмай ыҙалана икән. Эй, тырыш­ҡан, эй, маташҡан, тик буш­ҡа ғына. Дуҫтары ла яр­ҙам итеп ҡараған. Ләкин файҙаһы булмаған.Кис еткән. Арып, хәлдән тайған дуҫтары тегене яҙмыш ҡосағына ҡалдырып таралышҡан.

Тәлмәрйен
Тәлмәрйен

Иртәгеһенә былар тағы Тәлмәрйен янына ашыҡ­ҡан. Дөрөҫөрәге, уны, үлгәндер инде, тип ҡарарға килгәндәр. Сөнки батҡаҡ эсендә тороп ҡалған дуҫтарының тере ҡалырына өмөттәре булмаған.
Килһәләр, теге рәхәтләнеп һикереп йөрөп ята, ти. Аптырап:
– Нисек сыҡтың һин ул ҡойонан? Башҡа һыйырлыҡ түгел бит был, мөғжизә, – тип һорағандар.
– Бер йөк машинаһы яҡынлашты... һәм мин сы­ғырға, ҡотолорға тейеш инем, – тип яуаплаған Тәлмәрйен.
...Тормошта һеҙҙең менән дә шундай хәлдәрҙең булғаны барҙыр. Тырышаһың, тырышаһың, ҡуйған маҡсатыңа бер нисек тә өлгәшә алмайһың. Яныңда дуҫтарың да ҡалмай. Төшөнкөлөккә лә бирелеп китәһең. Әммә шул саҡ һиндә ниндәй­ҙер сәм, ныҡышмалылыҡ барлыҡҡа килә. Ата-бабаларҙың рухы көс бирәме ул, әллә үҙеңдә: «Мин булдырам!» – тигән тойғо барлыҡҡа киләме, йә, тәүбә, тәлмәрйен шикелле, йәшәү менән үлем сигендә ҡалаһыңмы – һәм һин шундай саҡта... үҙ-үҙеңде еңәһең. Бер ваҡытта ла бирешергә, минән булмай, тип ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай! Ке­ше – ул иң көслө зат! Ул үҙенең мөмкинлектәрен белеп бөтөрмәй һәм тулыһынса фай­ҙаланмай. Тәлмәр­йендән өлгө алайыҡ.


З. ҠОТЛОГИЛДИНА әҙерләне.

Фото: https://nukadeti.ru/cont

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: