+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
2 Май 2022, 17:00

Тормош һабаҡтары

Һәр әсә балаһының тормош юлы яҡты, бәлә-ҡазаһыҙ булыуын, яҡшы кешеләр генә осрап тороуын теләй. Тик бөтәһе лә изге теләктәрен Хоҙайға доғалар аша еткерә алмай. Ниндәй телдә, ниндәй һүҙҙәр аша әйтелеүе мөһим түгел –әсәләрҙең теләге һәр ваҡыт ҡабул була, тиҙәр. Һеҙгә ата-әсә теләгенең үҙ телебеҙҙәге матур өлгөһөн тәҡдим итәбеҙ (күсереп алығыҙ):

Тормош һабаҡтары
Тормош һабаҡтары

“Эй Хоҙайым-мәүләм, балаҡайҙарыма һаулыҡ, тәүфиҡ, оҙон ғүмер, барлыҡ-байлыҡ, ҡыуаныс-шатлыҡ, күңел тыныслығы бир!

Яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән, яман кешенән, яман уйҙарҙан йыраҡ ҡыл! Ут ҡазаһынан, һыу ҡазаһынын үҙең һаҡла, үҙең яҡла! Йөрөгән юлдарын уң итеп, Хызыр Ильясты юлдаш ит!

Уҡыған уҡыуҙарында – зиһендәрен, эштәрендә — уңыштарын арттыр, тел асҡыстары бир; уҡытыусыларының, хужаларының күңеленә миһырбанлыҡ һал!

Ваҡытында Алланан ҡурҡҡанын, бәндәнән оялғанын тап итеп, парлы ғүмерҙәрҙә аҡыллы балалар үҫтереп, ҡарт көнөбөҙҙә беҙгә терәк булырға насип ит, Хоҙайым-мәүләм!”

 

 Фото: https://zen.yandex.ru/media/besednik/mat-vliiaet-na-malchikov-5dd1abbf042363115e3090d7?feed_exp=tag_feed&from=feed&rid=317272241.28588.1580087525043.72045

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: