+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
4 Май 2022, 14:35

Тормош һабаҡтары

Бер крәҫтиән йәшәгән. Әллә ни байлыҡ йыймаһа ла, аҡылды етәрлек йыйған, ти. Ерҙе эшкәртергә, уңыш алырға улы ярҙам итеп торған.

Тормош һабаҡтары
Тормош һабаҡтары

Бер көн улы: «Бөгөн ныҡ бәхетһеҙ көн  — беҙҙең атыбыҙ юғалды», — тип илаулай икән. Атаһы: «Туҡта, ваҡыт күрһәтер, сабыр бул»,  — тигән. Ысынлап та, бер өс көндән аттары аҙбарға айғыр эйәртеп килеп инә. «Ах, атай, бөгөн иң бәхетле көнөбөҙ икән!» —  тип ҡыуана  улы.

«Көтөп тор, бәхетең бәхетһеҙлеккә әйләнеп ҡуймаһын», — тип яуаплаған атаһы. Ысынлап та, улы айғырҙы еккегә өйрәтеп маташҡанда, аттан ҡолап, аяғын һындырған. «Атай, бөгөн иң бәхетһеҙ көнөм булған икән…», — тигән улы. Атаһы: «Сабырлыҡ. Ваҡыт күрһәтер. Бәлки бөгөнгө бәхетһеҙлегең бәхеткә әйләнер», — тип яуап ҡайтарған. Бер-нисә көндән ғәрәсәтле һуғыш башланып, өйҙән-өйгә йөрөп, бөтә һау ирҙәрҙе һуғышҡа алып китәләр ти…

Шуның өсөн дә бөгөнгө бәхетлелек тойғоларың бәлки бәхетһеҙлек башылыр…

Кемдеңдер әлеге сәғәттә бәхетһеҙлеге өсөн йөрәк әрнеүе — бәхеткә ишектер…

Тимәк, ваҡыт күрһәтер, сабыр булайыҡ.

Фото: pics.loveplanet.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: