+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
5 Май 2022, 12:55

Яман һүҙ - баш ҡаҙығы

Һүҙ арҡаһында кеше үпкә һаҡлай, һүҙ арҡаһында аралар боҙола.

Ысынында һүҙ бер нәмә лә түгел ул, балалар. Шарҙы өрөп ҡабартһаң, ҙур булып күренеп тора бит. Ә эсе буш. Һүҙ ҙә шулай. Ни бары беҙ үҙебеҙ уға артыҡ иғтибар бирәбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр асыуын сығарыу өсөн юрамал юҡты һөйләй. Һинең турала насар һөйләйҙәр икән, мин дә берәйһе тураһында урынһыҙ һөйләнемме икән, тип уйлан башта. Ундай ғәйебең юҡ икән — борсолма. Ҡиәмәт көнөндә, ғәмәлдәребеҙ миҙанға ҡуйылғанда, әҙәм балалары: “Беҙҙе һөйләүселәр, урынһыҙға кәмһетеүселәр ниңә күберәк булманы икән?”- тип үкенерҙәр, тиелә изге китапта. Хурлаһындар, һүкһендәр, теләһә нимә әйтһендәр, шул ҡәҙәр һиңә сауабы ҡайта. Гонаһы һине һөйләүселәргә күсә. Беҙҙе һөйләүсе беҙҙе паклай, таҙарта. Ошоно аңлаһа, әҙәм үҙе яратмаған кеше тураһында бөтөнләй насар һүҙ әйтмәҫ ине...Яман һүҙ - баш ҡаҙығы бит ул.

Рәхимә МУСИНА.

Сығанаҡ: vk.com

Фото: blogia.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: