+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
15 Май 2022, 16:05

Кем мөһимерәк?

Бер ваҡыт кешенең йәшәү көстәре: «Кем кәрәгерәк?» – тип бәхәсләшә башлаған.

Кем мөһимерәк?
Кем мөһимерәк?

– Мин мөһимерәк! Мин яҡшыраҡ! – тип ҡысҡырышҡан һәр ҡай­һыһы.
Бәхәстең осона сыға алмағас, былар аҡыл эйәһенә килгән.
– Зинһар, әйтегеҙ әле, кемебеҙ кәрәгерәк икән? – тип һораған улар.
Аҡыл эйәһе быларға:
– Берәйегеҙ киткәндән һуң тәнегеҙ ауырлыҡ кисерә икән, шул иң мөһиме һәм кәрәге тип танылыр, – тип яуап биргән.
Иң тәүҙә Телмәр киткән. Бер йылдан һуң кире килгән дә:
– Йә, минһеҙ нисек йәшәнегеҙ? – тип һораған.
– Телһеҙҙәр нисек көн итә, шулай көндәребеҙҙе үткәрҙек. Һөйләшмәһәк тә, тын алдыҡ, күҙебеҙ күрҙе, ҡолаҡтарыбыҙ ишетте. Зиһенебеҙ айыҡ булды, – тип яуап ҡайтарған улар.
Шунан Телмәр кире тәнгә ингән.
Артабан Күҙ нуры киткән. Бер йыл үткәндән һуң кире ҡайтып:
– Минһеҙ нисек йәшәнегеҙ? – тип ҡыҙыҡһынған.
– Һуҡырҙар нисек ғүмер итә, беҙ ҙә шулай көн үткәрҙек. Күрмәһәк тә, тын алдыҡ, һөйләштек. Ишеттек, зиһенебеҙ ҙә теүәл булды, – тип яуап ҡайтарғандар.
Шунан Күҙ нуры кире тәненә ҡайт­ҡан.
Артабан сират Ишетеү һәләтенә еткән. Ул да бер йыл йөрөгәндән һуң ҡайтып:
– Минһеҙ нисек йәшәнегеҙ? – тип һораған.
– Ишетмәгән кешеләр нисек ғүмер итә, беҙ ҙә шулай йәшәнек. Әммә беҙ тын алдыҡ, һөйләштек, күҙҙәребеҙ күрҙе, зиһенебеҙ камил булды.
Ошондай яуап ишеткән Ишетеү һәләте кире тәнгә ҡайтҡан.
Сират Аҡылға еткән.
Ул да бер йыл үткәндән һуң ғына ҡайтып килгән дә:
– Минһеҙ нисек йәшәнегеҙ? – тип белешкән.
– Аҡылдан мәхрүм булған балалар кеүек йәшәнек, әммә тын алдыҡ, телебеҙ һөйләне, күҙебеҙ күрҙе, ҡолаҡтарыбыҙ ишетте, – тип яуап­лаған уға ҡалғандар.
Аҡыл да яңынан тәнгә ингән.
Иң һуңынан Һулыш китергә уйлаған. Ул тәндән ысҡынып китергә булғас, ҡалған бөтә көстәр ҙә хәл­һеҙләнә башлаған.
Шул саҡ барыһы бергә йыйылып:
– Зинһар, беҙҙе ташлап китмә, һин – иң мөһиме, иң кәрәге, иң яҡшыһы, – тип үтенгән.

Бына шулай. Кешеләге һәр ағза үҙ урынында мөһим: күҙең күрмәһә, ҡолағың ишетмәһә, һөйләшә алмаһаң, аҡылың камил булмаһа, нисек тә йәшәргә мөмкин. Ләкин тын ала алмаһа, һулышынан яҙһа, ғүмер өҙөлә. Бөтә ағзаларҙың да иҫән-һаулығын теләргә, ғүмереңде матур итеп үткәрергә кәрәк. Һулыш алаһың икән, тимәк, йәшәйһең әле...

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Фото:userapi.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: