+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
22 Июль 2022, 14:45

Бәхет сығанағы

– Мин һеҙгә белем бирҙем, ә бәхетте һәр кем үҙенә үҙе табырға тейеш, – тигән мөғәллим мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларына.

Бәхет сығанағы
Бәхет сығанағы

– Уның тиҙ генә юҡҡа сығыу үҙенсәлеге лә бар бит әле, – тип белдергән береһе.
– Донъяла бөтмәҫ-төкәнмәҫ бер бәхет сығанағы бар. Кем уны эҙләп таба, ана шул кеше ғүмер буйына бәхетле буласаҡ, – тигән уҡытыусы.
Мөғәллим менән һаубуллашып, өс йылдан һуң тап ошо урында осрашырға һүҙ ҡуйышып, бәхет эҙләргә юлланалар.
Ваҡыт бик тиҙ үтеп китә. Беренсеһе әйләнеп килмәгән, тик хат ҡына яҙып һалған: «Мин бәхет сығанағымды таптым. Ул – хакимлыҡ. Уңышлы ғына баҫҡыстарҙан үрмәләйем, киләсәктә иң бейегенә менеп етермен, тип ышанам» тигән.
Икенсе уҡыусы ла бер танышы аша ҡағыҙ киҫәгендә генә яҙыу ебәргән: «Эҙләгәнемдең юлына төштөм – ул байлыҡ».
Өсөнсөһөнөң бөтөнләй тауыш-тыны ла сыҡмаған, уҡытыусыға: «Ул бик көслө һуғышсы булып киткән, хатта ҙур ғәскәре бар, ти. Илдән илгә йөрөп ҡалаларҙы баҫып алып йөрөй икән», – тигән хәбәр еткергәндәр. «Уҡыусым, бәхетте көс менән яулап алыр­ға кәрәк, тип аңлаған, күрәһең», – тип көр­һөнөп ҡуйған остазы.
Тик дүртенсеһе генә һүҙ ҡуйышҡан урынға килгән дә үҙенең нисек дауалаусы булып китеүе хаҡында рәхәтләнеп һөйләгән.
– Бик күп ерҙәрҙә булдым, халыҡты дауаланым. Һауыҡҡан һәр бер кешенең шатлығын күреп, үҙемде икеләтә бәхетле тойҙом. Хәҙер шуны аңланым: кешегә һөйөнөс килтерһәң, һин үҙең дә шуны кисерерһең.
– Бына иң мөһимен аңлағанһың, улым! – тигән ҡыуаныслы тауыш менән уҡытыусы. – Бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхет сығанағы – ул кешеләргә изгелек эшләү, игелек күрһәтеү. Ана шундай шишмәнән ни тиклем күберәк көс алһаң, шул тиклем үҙеңде бәхетлерәк тояһың.

 

Сығанаҡ: "Башҡортостан календары"нан.

Фото: tainoeiyavnoe.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: