+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
20 Август 2022, 14:50

Күңелеңдә ауыр таш йөрөтмә

Уҡыусыһы остазына:

Күңелеңдә ауыр таш йөрөтмә
Күңелеңдә ауыр таш йөрөтмә

– Һин шундай аҡыллы, күпте беләһең. Һәр ваҡыт кәйефең яҡшы, бер ҡасан да, бер кемгә лә асыуланмайһың. Мине лә шулай булырға өйрәт, ярҙам ит, – ти.
Уҡытыусыһы ризалаша һәм уҡыу­сыһына үтә күренмәле тоҡсай һәм картуф килтерергә ҡуша.
– Әгәр һин берәйһенә асыуланаһың һәм асыуыңды йәшерәһең икән, – тигән остазы, – картуф ал да бер яғына – үҙеңдең, ә икенсеһенә низағлашҡан кешенең исемен яҙ ҙа, тоҡсайыңа һалып ҡуй.
– Шул ғынамы? – тип аптырай уҡыу­сыһы.
– Юҡ, – ти остазы. – Тоҡсайҙы һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтөргә тейешһең. Берәйһенә асыуланһаң, тоҡсайыңдағы картуф берәүгә артырға тейеш.
Уҡыусыһы ризалаша.
Ваҡыт үтә. Картуфтар артҡандан-арта, тоҡсай көндән-көн ауырая. Уны һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтөүе ҡыйынлаша. Етмәһә, иң тәүҙә һалынған картуфтар серей башлай һәм насар еҫ аңҡый. Уҡыусы ҡабат остазына килә һәм:
– Быны башҡаса үҙем менән йөрөтөүе мөмкин түгел. Беренсенән, тоҡ бик ауыр, икенсенән, картуфтар боҙолдо. Берәй икенсе нәмә тәҡдим итсе, – ти.
Остазы:
– Һинең күңелеңдә лә шул уҡ хәл. Әгәр берәйһенә асыуланһаң, кенә ҡыуһаң, һинең күңелеңдә таш барлыҡҡа килә. Быны һин шунда уҡ тоймайһың ғына. Ә таш ҙурайғандан-ҙурая бара. Һинең ҡылыҡтарың – ғәҙәткә, ә ғәҙәт эскерле, насар, үсле характерға әйләнә. Мин һиңә бына ошо процесты ситтән күҙәтергә форсат бирҙем. Бынан һуң әгәр берәйһенә асыуланырға, үсләшергә, йә булмаһа, берәйһен рәнйетергә теләһәң, иң тәүҙә уйла, был ауыр таш һиңә кәрәкме, юҡмы?


Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.

Фото: oum.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: