Маҡталыу өсөн ул фәҡәт уңышҡа өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуясаҡ. Ә был ҡыҙ кеше өсөн кәрәкме? Асылынан тайпылған әҙәм балаһы бәхетле буламы? Мәғлүм булыуынса, дөрөҫ тәрбиә алмаған ҡыҙҙарҙың күбеһе артабан тик хеҙмәт ҡаҙаныштарына, карьераға ынтылыусан кешегә әүерелә. Шуларҙан башҡа бер нәмә лә күрмәй. Ваҡыт үтеү менән ундайҙар дөрөҫ юлдан бармағанын, яңылышҡанын, бәләкәйҙән һөйөүгә мохтажлығын аңлай.
Ҡыҙ кеше өсөн иң мөһиме – үҙен яратыуҙарын тойоу. Шуға ла уға наҙлы һүҙҙәрҙе йәлләмәҫкә кәрәк. «Һин – минең хазинам, Аллаһ биргән оло бүләкһең», «тормошомдо биҙәүсе, йәмләүсеһең», «мин һине шул ҡәҙәр яратам» тип әйтеп тороу ҡыҙсыҡтарҙың күңелен үҫтерер, уларға үҙен яратылған, кәрәкле кеше итеп тойоуға булышлыҡ ҡылыр. Һөйөү мөхитендә буй еткергән гүзәл зат ошондай тәрбиәне үҙ ғаиләһендә лә дауам итер.
Сер түгел, атайҙарҙың күбеһе тип әйтерлек ҡатынының ул тыуҙырыуын көтә. Өмөттәре аҡланмаһа, бәғзеләр ҡыҙын малай кеүек итеп тәрбиәләй башлай. Был – баланың үҫешен тотҡарлау, уны төп асылынан тайпылдырыу, яҙмышын боҙоу. «Әҙәм балаһының күңелендә иман ни тиклем ныҡ, ул шул тиклем үк ҡатын-ҡыҙға һөйөү, хөрмәт менән ҡарай», – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙҙең «Ҡыҙҙар бөтөн йөрәге менән яҡындары өсөн һыҙлана, улар – ярҙамсы һәм бәрәкәт килтереүсе» тигән һүҙҙәрен дә онотмау зарур.
Гүзәл зат йорт усағын һаҡлаусы, нәҫелде ишәйтеүсе итеп яралтылған. Ҡыҙҙарға ошо тәрбиә бәләкәйҙән һеңдерелһә, улар ирҙәр урынына ынтылмаҫ, йәмғиәттә дәрәжә яуларға атлыҡмаҫ, ә үҙенең төп бурыстарын атҡарып, күберәк файҙа килтереп йәшәр, һөҙөмтәлә, һис шикһеҙ, көслө заттың да, милләттең дә, өммәттең дә, дәүләттең дә ҡеүәте артыр.
Д. Тәлғәтова.