+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
8 Сентябрь 2022, 15:04

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ

Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ. Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ. Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булдырығыҙ. Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ
Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ

Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.

Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас, урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.

Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.

Баланың ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.

Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.

Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.

Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.

Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп, башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.

Баланы кәмһетмәгеҙ.

Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.

Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.

Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.

Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.

Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.

 

Сығанаҡ:  vk.com

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: