-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
25 Март 2023, 17:15

Әсәйҙең эше – иң юғары хаҡ...

Бер фәрештә кешеләрҙең нисек эшләгәнен тикшерергә булған. Крәҫтиәндең иртәнге таңдан ҡара кискә тиклем бил бөккәнен күҙәткән: бер йыл ул һәйбәт уңыш алған, ә икенсе йылына ҡоролоҡ арҡаһында аслы-туҡлы йәшәгән.

Әсәйҙең эше – иң юғары хаҡ...
Әсәйҙең эше – иң юғары хаҡ...

 Фәрештә көнө-төнө шиғыр яҙған кешенең бөлгөнлөктә йәшәгәнен күреп аптыраған. Бер байҙың да хаҡтар төшөү арҡаһында фәҡир ҡалыуына шаһит булғас: "Кеше бик тырышып эшләүгә ҡарамаҫтан, уның хеҙмәте лайыҡлы баһаланмай", – тигән фекергә килгән. "Эйе, дөрөҫ, – тигән уға оло фәрештә. – Донъяла тик бер генә кеше эше өсөн лайыҡлы хаҡ ала. Ул – әсәй кеше!". "Нисек инде, – тип ғәжәпләнгән йәш фәрештә. – Әсәйҙәр көнө-төнө эшләһәләр ҙә, уның өсөн уларға аҡса түләгәндәрен күргәнем юҡ!"  "Әсәйҙең эше өсөн иң юғары хаҡ – ул балаларының һәм туғандарының һөйөүе..." – тигән оло фәрештә.

 

Сығанаҡ:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: