+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
3 Апрель 2023, 19:00

Һәр бала ишетеп үҫергә тейешле һүҙҙәр

1. Һине биргәнгә Раббыма мең шөкөр. Мәрхәмәтле, игелекле, тырыш, түҙемле, бал кеүек татлы бул. Арыҫландай ҡыйыу, батыр, көслө бул. Елдәй етеҙ бул. Шыршылай бейек бул. Имәндәй таҙа бул. Ҡайындай һылыу бул. Һау-сәләмәт бул! Ҙур, бай бул!

2. Һин - минең ҡыуанысым, әлхәмдүлиллаһ. Атай-әсәйеңә лайыҡ булырға яҙһын.

3. Аллаһы бойорһа, хәйере менән бөтәһен дә булдырырһың, ин шааллаһ; Аллаһы Раббым ярҙамын бирһен.
4. Ғәфү ит. Яңылышҡанмын. Аллаһы Тәғәлә кисерһен.
5. Яңылыштың. Аллаһы Тәғәлә кисерһен. Мин һине ғәфү итәм.
6. Иншааллаһ, бөтәһе лә яҡшы булыр. Раббым ярҙамынан ташламаһын.
7. Күҙ теймәһен, Сөбханаллаһ!
8. Аллаға тапшырҙыҡ, хәйерле юлдар насип итһен! Юлдарың уң булһын!
9. Мине ололаған өсөн һине Аллаһ ҙурлаһын! Бөйөк бул! Ҙур үҫ!
10. Аллаһы Раббыбыҙ бәлә-ҡазаларҙан, яман кешеләрҙән Үҙе һаҡлаһын! Аллаһ һаҡлаһын, ҡара йылан саҡмаһын.
11. Аллаһының рәхмәте яуһын!
12. Аллаһы хаҡы өсөн эшлә шуны. Кеше алдында хур булырға яҙмаһын. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә. Туған халҡыңа лайыҡ бул.
13. Аллаһы Тәғәлә айыҡ зиһен, файҙалы ғилемдәр, тел асҡыстары бирһен. Ҡулыңдан ҡыуанырға яҙһын. Хәйерле эштәр насип итһен.
14. Ярҙам иткәнең өсөн Аллаһы Тәғәлә әжерен бирһен. Ике донъя рәхәтен күрергә яҙһын.
15. Һине кеше итергә яҙһын. Аяҡҡа баҫтырырға яҙһын.
16. Бәхетең-тәүфиғың булһын. Бәхетең-тәүфиғың артһын. Нәҫел-нәсәпле йәр менән пар булырға яҙһын.

 

Сығанаҡ һәм фото: “Ағиҙел” журналы.

Һәр бала ишетеп үҫергә тейешле һүҙҙәр
Һәр бала ишетеп үҫергә тейешле һүҙҙәр
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: