+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
29 Май 2023, 16:45

Матурлыҡ ни өсөн кәрәк?

Бер ҡыҙ битендәге һипкелдәре өсөн бик ҡайғырған.

Матурлыҡ ни өсөн кәрәк?
Матурлыҡ ни өсөн кәрәк?

– Һин миңә былай ҙа оҡшай­һың, – тигән күрше егете.
Әммә ул был һүҙҙәрҙе көлөү кеүек ҡабул иткән.
Бер ваҡыт ҡыҙ еләккә барған. Шунда ҡарт кешенең һаҙлыҡҡа батып барғанын күргән. Ҡыҙыҡай уны тартып сығарған.
– Мине ҡотҡарғаның өсөн һинең бер теләгеңде тормошҡа ашырам. Нимә хаҡында хыялланаһың, әйт? – тигән ул.
– Матур булғым килә, – тигән ҡыҙ.
Ҡарт устарын бер-береһенә шапылдатып һуҡҡан да юҡ булған.
Ҡыҙ өйөнә ҡайтҡан. Уны күргән күрше егете һоҡланып:
– Һин ниндәй сибәрһең! – тип ғәжәпләнеп ҡаршы алған.
Ҡыҙ өйөнә инеп көҙгөнән ҡараһа, һипкелдәре юҡҡа сыҡҡан, биттәре алһыуланып янған.
Уға күпләп яусылар килә башлаған. Сибәркәй араларынан иң байын һайларға булған. Был хаҡта белгәс, күрше егете бойоғоп:
– Матурлыҡ мәңгелек түгел, ул да бер саҡ шиңер. Ә бай ирең һине ташлар, – тигән.
Егеттең был һүҙҙәренән һуң ҡыҙ оҙаҡ уйланып йөрөгән һәм йәнә һаҙлыҡҡа барып, теге ҡартты саҡырған. Ә ул ҡапыл, ер аҫтынан килеп сыҡҡан кеүек, пәйҙә бул­ған.
– Миңә матурлыҡ биргәнең өсөн рәхмәт, тик ул бер ҡасан да шиңмәһен ине, – тип үтенгән ҡыҙ.
– Кешенең эске матурлығы ғы­на мәңгелек, – тигән ҡарт һәм тағы устарына һуғып, күҙҙән юғал­ған.
Ҡыҙ өйөнә ҡайтһа, күп бай егете көтөп тора, ти. Кейәү егеттәренә ҡараған да барыһының да буш ҡыуыҡ һәм һаран икәнлектәрен аңлаған. Шул саҡ күрше егете килеп ингән дә:
– Һине күреү менән ҡояш тағы ла көслөрәк яҡтырта, ҡоштар моңлораҡ һайрай! – тип әйткән.
Ҡыҙ уның яғымлы күҙҙәренә ҡараған да йөрәгендә һөйөү ҡабынған.
Аҙаҡ улар өйләнешеп, ҡартай­ғансы бәхетле, татыу ғүмер кисер­гән.

М. АЗАМАТОВ әҙерләне.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: