+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
7 Июнь 2023, 11:05

Һыу ҙа башланған ерендә таҙа була

Ҡот осҡос гөрһөлдәү яңғырай һәм донъя ҡараңғылыҡҡа сума. Тын ҡыҫыла, бөтә тән ауырта. Шул саҡ алыҫтан ниндәйҙер тауыш ишетелә: «Эй, Хоҙайым, берүк һаҡлай күр инде үҙен. Һинең һөйөүең уға ҡалҡан кеүек булһын».

Һыу ҙа башланған ерендә таҙа булаҺыу ҙа башланған ерендә таҙа була
Һыу ҙа башланған ерендә таҙа була

Ошо һүҙҙәрҙән һуң ауыртыу ҙа кәмегән төҫлө тойола, донъя яҡтыра башлаған һымаҡ була. Бала саҡ хәтирәләре иҫенә тө­шә: «Әсәйем миңә ошо доғаларҙы бишегем янында уҡый торғайны бит. Ул бында нисек килеп сыҡҡан? Мин бәләкәйменме икән ни?»
Кеше күҙҙәрен аса һәм үҙенең таныш булмаған бүлмәлә ятҡанын күрә. Эргәһендә ултырған ҡарт: «Эй, Хоҙайым, берүк һаҡлай күр инде үҙен. Һинең һөйөүең уға ҡалҡан ке­үек булһын», – тип доға уҡый. Бер мәлгә генә аңына килгән кеше үҙен алыҫ бала саҡтағы кеүек хис итеп, бөтмәҫ йылылыҡ тойоп, ҡаты йоҡоға тала.
Күпмелер ваҡыттан һуң ул уяна. Ҡарт нимә булғанын һөйләй. Баҡһаң, улар дуҫы менән йоҡлап ятҡан һунарсылар өйөнә ҡаянан ҡар ишелеп төшә лә быларҙы баҫа. Уларҙы алдан уҡ күргән ҡарт бер дуҫы менән ярҙамға ашыға. Барһалар, күрәләр: берәүһе ҡар өйөмөн соҡоп сыҡҡан һәм үҙ юлы менән киткән.
– Күрәһең, уға бер ни булмағандыр, ә һине өйҙөң ауған стенаһы баҫҡан. Беҙ үҙеңде ваҡытында тартып сығарҙыҡ, – тигән ҡарт.
– Тимәк, дуҫым ташлаған. Был донъяла күптәр шулай хыянат итә. Мин һеҙҙең доғаны ишеткәс, бала сағыма ҡайт­ҡандай булдым. Унда шундай йылы һәм рәхәт, – тигән ҡот­ҡарылған ир кеше.
– Бөтә нәмәнең дә сығанағы һөйөү менән тулы. Һыу ҙа башланған ерендә тап-таҙа була. Әммә тормош йылғаһының таҙалығы уның ярҙарына ла бәйле шул, – тигән ҡарт.
...Был риүәйәтте уҡыған кеше, моғайын, үҙенә шундай һорауҙарҙы бирмәй ҡалмаҫ. Ни өсөн дуҫы иптәшен ҡот­ҡарыу өсөн бер ни ҙә эшләмәгән? Ни өсөн ҡарттың доғалары кешене әсә һөйөүе һаҡлаған бала сағына алып ҡайта? Кешеләргә һөйөү һәм изгелек тойғола­рын нисек ғүмер буйына һаҡларға? Нисек уйлайһығыҙ, ҡотҡарыл­ған кеше үҙенең иптәшен ғәфү итерме? Һеҙ үҙегеҙҙең ғүмер йылғағыҙҙың ярҙарында нимәләр күрергә теләр инегеҙ?

М. АЗАМАТОВ әҙерләне.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас