+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
10 Июнь 2023, 05:28

Һәр бала ниндәйҙер өлкәлә һәләтле

"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" форумында балаларҙың һәләтен үҫтереү темаһы буйынса ла секция эшләне.

Һәр бала ниндәйҙер өлкәлә һәләтлеҺәр бала ниндәйҙер өлкәлә һәләтле
Һәр бала ниндәйҙер өлкәлә һәләтле

Был майҙансыҡта фекер алышыуҙы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова асты.  Ул - 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы булған еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

Рима Аҡбирҙе ҡыҙы төбәктә 10 йыл инде уңышлы эшләп килгән "Милләт йәшлеге" фондының эше менән таныштырҙы. Үҙенең ҙур спортҡа килеү тарихы тураһында һөйләне.

Секция эшендә ҡатнашыусылар балаларҙың һәләтен асыу тураһында фекер алышты. Һәр бала ҡайһылыр өлкәлә һәләтле була. Өлкәндәр уны күреп, ярҙам итергә тейеш. Әлбиттә, балаға һайлау мөмкинлеге бирергә кәрәк, шул саҡта ул үҙе теләгән йүнәлеш буйынса тырышып, үҙенең һәләтен үҫтереү өҫтөндә эшләйәсәк. 

Республика балалар технопаркы педагогы, «Промдизайнквантум» йүнәлеше буйынса остаз Айгөл Салауат ҡыҙы Дәминева был турала уңышлы уҡыусыһы, хәҙер инде Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты студенты Герман Янгалин миҫалында һөйләне. Баланың һәләтен үҫтереү буйынса педагогтар менән ата-әсәләр берлектә эшләргә тейеш, тип тә өҫтәне ул. 

Һәр бала ниндәйҙер өлкәлә һәләтле
Һәр бала ниндәйҙер өлкәлә һәләтле
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас