

– Мин был аҫыл ташлы ҡумтаны донъялағы иң ярлы кешегә бирәсәкмен, – тип бөтә халыҡ алдында иғлан иткән, ти.
Бик күп ярлылар килгән уға өмөт менән. Әммә был изге кеше барыһына ла:
– Һин донъялағы иң ярлы кеше түгел, – тип яуап бирә торған.
Ахырҙа, кешеләр аптырап:
– Һин был ҡумтаны, ысынлап та, берәйһенә бирергә уйлайһыңмы? – тип һораған.
– Мин уны донъялағы иң ярлы кешегә бирәм, тип әйттем бит. Ә иң ярлы кеше – ул беҙҙең батшабыҙ, – тип яуаплаған был.
Әйтелгән һүҙҙәр яйлап батшаның үҙенә лә барып ишетелгән, быға ул бик ныҡ асыуланған.
– Нисек? Мин – батша! Нисек инде донъялағы иң ярлы кеше булайым? Барығыҙ, табып килтерегеҙ ул кешене! – тип бойорған, ти.
Батшаның әмерен үтәгәндәр. Килтергәндәр, ти, был кешене батша һарайына. Батша үҙенең байлыҡтарын күрһәтә башлаған.
– Бының нимә икәнен беләһеңме? – тигән, беренсе һарайҙы күрһәтеп.
– Беләм, һеҙ унда үҙегеҙҙең алтындарығыҙҙы һаҡлайһығыҙ, – тип яуап ҡайтарған изге күңелле кеше.
– Ә был нимә? – тип һораған батша, икенсе һарайға алып барып.
– Унда һеҙҙең көмөштәрегеҙ һаҡлана.
– Ә быныһы нимә?
– Унда аҫылташтарығыҙ тупланған.
Шунда батша асыуланып:
– Алтын-көмөштәрем, байлығым тулып ятҡанын беләһең. Һин нисек миңә донъялағы иң ярлы кеше, тип ғәйеп ташлайһың? – тип ҡысҡырған.
Шул саҡ изге күңелле кеше уға былай тип яуап биргән:
– Эйе, һеҙҙең байлығығыҙ күп. Әммә үҙегеҙҙең батшалығығыҙҙа йәшәгән ябай халыҡ хаҡында хәстәрлек күрмәйһегеҙ, уларҙың мохтажлыҡтарын белмәйһегеҙ, ярҙам итмәйһегеҙ. Үҙегеҙҙең байлығығыҙҙы изге эшкә ҡуллана белмәйһегеҙ. Шулай булғас, һеҙ иң ярлы кеше түгелме ни?
...Үкенескә күрә, беҙҙең илдә лә шундай бай олигархтар күп, улар ҙа ябай халыҡҡа ярҙам күрһәтмәй. Үҙебеҙ йәшәгән ауылдарҙа, райондарҙа ла байтаҡ хәлле кешеләр бар. Дөрөҫ, күптәре килемдәренән мохтаждарға өлөш сығара. Ундайҙарҙың бәрәкәте лә артып тора. Диндә лә бит килемдең бер өлөшөн зәкәт итеп бирергә ҡушыла. Шуға күрә бай хәйерсе ҡушаматы алып йәшәгәнсе изге күңелле булыуҙарына ни етә?
А. НИЯЗОВ әҙерләне.
Фото: moorzilka.ru