

– Мин бәхет табырға теләйем, – тигән өлкәне.
– Ә минең тормош мәғәнәһен тапҡым килә, – тигән кесеһе.
Ата-әсәгә балаларын өйҙән ебәреү еңел булмаһа ла, ризалашҡандар. Фатихаларын биреп, юлға әҙерләгәндәр.
Оҙаҡ барғандармы, юҡмы, туғандар бер юл сатына килеп еткән. Унда ҙур таш ятҡан һәм шундай һүҙҙәр яҙылған булған: «Һулға китһәң, күңелле тормошҡа юлығырһың, уңдан барһаң, хеҙмәт һәм мәшәҡәт табырһың».
– Мин һулға китәм, – тигән өлкән туғаны. – Күңелле тормош бәхет килтерәсәк.
– Хеҙмәт һәм бурыстан тыш, тормош мәғәнәһе юҡ, – тигән кесеһе. – Мин уңға китәм.
Ун йылдан һуң осрашырға вәғәҙәләшеп, туғандар айырылышҡан.
Килешкәнсә, улар шунса ваҡыт үткәндән һуң тыуған йортҡа ҡайтҡан. Ата-әсәләре бик шатланған. Улдарын ҡайҙа ултыртып, нимә менән һыйларға белмәгәндәр. Тик өлкән улдарының ғына кәйефе юҡ, ти. Ҡартайып киткән һәм тормоштан туйған кеүек ултырған. Бәләкәстәре иһә балалар шикелле бөтә нәмәгә шатланған.
– Һин, моғайын, бөтә ғилемде өйрәнеп бөткәнһеңдер, тормоштоң мәғәнәһен дә тапҡанһыңдыр, – тип көлөмһөрәп һораған ҡустыһынан өлкәне.
– Бөтәһен дә белер өсөн бер кеше ғүмере етә тиһеңме ни? Алда мине иҫ киткес күп эштәр көтә, – тигән күҙҙәре янып торған кесе туғаны.
– Аптырайым мин һиңә, нисек эшләп арыманың? Мин бына күңелле йәшәнем, тәмле ашаным, әммә арыным, – тигән бойоҡ ҡиәфәттә өлкән ул. – Миңә ҡалһа, тормош шундай күңелһеҙ һәм мәғәнәһеҙ.
Уларҙы тыңлап ултырған атайҙары:
– Еңел тормош кешене ҡорота, ә хеҙмәт уны мәғәнәле итә, – тигән.
Тормошта нимә бирәһең – шуны алаһың.
А. НИЯЗОВ.