

Үҙенең һарайының стеналарын ошо рәссамдың ижады менән биҙәгеһе килгән һәм уны саҡырып, үтенесен әйткән, Гималай тауҙарын төшөрөүен һораған. Рәссам риза булған, тик бер шарт ҡуйған: эшкә тотонорҙан алда ул йыл буйына Гималайҙа йәшәргә тейеш.
Батша аптырап:
– Ә ниңә унда һиңә йыл буйына йәшәргә кәрәк һуң? – тип һораған.
– О, мин бөтөнләй аҙ ваҡыт һорайым һеҙҙән, – тигән рәссам. – Гималайҙы төшөрөр өсөн миңә уның бер өлөшөнә әйләнергә, барырға, күрергә, йәшәргә кәрәк.
Батша риза булған. Бер йылдан һуң рәссам ҡайтҡан да бер көн эсендә батша һарайының стеналарына Гималай тауҙарын төшөрөп тә ҡуйған. Ул шул тиклем матур килеп сыҡҡан, хатта батша килеп ҡарағас, өнһөҙ ҡалған. Ысын Гималайҙың үҙе лә шул тиклем матур булмағандыр! Оҙаҡ һоҡланып ҡарап торған батша. Шунан бер мәл:
– Мин анауында бер һуҡмаҡ күрәм. Ул юл ҡайҙа илтә? – тип һораған.
– Әгәр теләһәгеҙ, барып ҡарайыҡ, – тигән рәссам.
Һәм улар Гималайға киткән һәм башҡаса әйләнеп ҡайтмаған.
Ни өсөн рәссам һүрәтен төшөрөрҙән алда бер йыл Гималайҙа йәшәргә һораған? Нисек аҙаҡ бер көн эсендә иҫ киткес, һоҡланғыс картина тыуҙыра алған?
Ижадта үҙең күрмәгәнде, белмәгәнде, ишетмәгәнде нисек кешеләргә еткермәк кәрәк? Башҡаларҙы сәнғәтеңә һоҡландырыр өсөн үҙең кисерергә тейешһең. Шул саҡта ғына кешеләр күңеленә юл табырға, уларҙы тетрәндерергә мөмкин. Был яҙыусылар әҫәренә лә, скульптура һындарына ла, кино, музыка сәнғәтенә лә берҙәй үк ҡағыла. Йырсылар ҙа әгәр йырҙың тарихын белмәй башҡарһа, тамашасыға ул барып етмәй. Хис, моң үҙең тетрәнгәндә генә башҡалар күңеленән урын ала. Беҙҙең халыҡта, кеше ышанмаҫтай хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, тигән әйтем бар. Һәр эштә лә үҙең күр, кисер, шунан ғына башҡаларға еткер. Маңлай күҙе менән генә түгел, күңел күҙе менән донъяға бағырға кәрәк.
А. ӘБДЕЛҒӘЛИМОВ.
Фото: artmajeur.com